Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
28 Март 2024, 07:10

Башҡортостанда мохтаждар өсөн «Аҙыҡ-түлек» проекты старт алды

Башҡортостанда мохтаждар өсөн «Аҙыҡ-түлек» проекты башланды, тип хәбәр итте республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова үҙенең телеграм-каналында.

Башҡортостанда мохтаждар өсөн «Аҙыҡ-түлек» проекты старт алдыБашҡортостанда мохтаждар өсөн «Аҙыҡ-түлек» проекты старт алды
Башҡортостанда мохтаждар өсөн «Аҙыҡ-түлек» проекты старт алды

«Ниһайәт, беҙ төбәктәге аҙыҡ-түлек банкы менән эште башлап ебәрҙек», — тип яҙа министр үҙенең телеграм-каналында. Ул шулай уҡ уҙған йылдың декабрендә Башҡортостан хөкүмәте менән «Русь» федераль аҙыҡ-түлек банкы араһында меморандумға ҡул ҡуйылыуын иҫкә төшөрҙө.

Тап шул ваҡытта оператор һайлау, документтар әҙерләү, яраҡлы бина эҙләү йәһәтенән эш башлана.

«Бына, ниһайәт, барыһы ла артта ҡалды, — тип өҫтәне министр. — Кураторыбыҙ Каринэ Владимировна Хәбироваға ярҙамы өсөн рәхмәт».

Мохтаждар өсөн аҙыҡ-түлек йыйыу урыны — Николай ҡорамы.

«Митрополит Никонға фатихаһы һәм ихлас ярҙамы өсөн рәхмәт белдерәм, — тине Ленара Иванова. — Урыны бик уңышлы, яҡында ғына йәмәғәт транспорты йөрөп тора (был ирекмәндәр өсөн мөһим), аҙыҡ-түлек тейәгән фураларға инеү өсөн уңайлы юлдар».

Майҙаны яҡынса 200 метр тәшкил иткән бүлмәлә ремонт эшләргә кәрәк.

«Бина ҡасандыр янғындан зыян күргән. Әгәр ошо изге эшкә хәйриәсе табылһа , шәп булыр ине», — тип йомғаҡ яһаны Башҡортостандың хеҙмәт министры.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-03-28/bash-ortostanda-mohtazhdar-s-n-a-y-t-lek-proekty-start-aldy-3704837

 

Башҡортостанда мохтаждар өсөн «Аҙыҡ-түлек» проекты старт алды
Башҡортостанда мохтаждар өсөн «Аҙыҡ-түлек» проекты старт алды
Автор:
Читайте нас