«Әлеге ваҡытта уның менән тикшереү эштәре алып барыла, уға хөкөм сараһын һайлау мәсьәләһе хәл ителә», - тиелә Тәфтиш комитеты белдереүендә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ир терроризмды аҡлау, милләт-ара ыҙғышҡа әйҙәү һәм «Крокус Сити Хол»да булған теракт ҡорбандарының хәтерен рәнйетеү һүҙҙәрен әйткән. Полицияла ул үҙенең ҡылығы өсөн ғәфү үтенгән һәм интернет-трансляция алып барғанда үҙенең иҫерек булыуын таныған.