Беренсе көндә Кирилл Бородачев еңеү яуланы. Игеҙәк туғаны Антон унан бер аҙ ҡалышты. Иртәгә рапира ярыштарында ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша, улар араһында Өфөнән Аделина Заһиҙуллина ла бар.
2 апрелдә башланған ярыштар 9 апрелгә тиклем бара. Турнирҙа 26 төбәктән 500-ҙән ашыу спортсы ҡатнаша. «Красава» спорт һарайы юлдарына илдең иң яҡшы спортсылары, Олимпия уйындары, донъя һәм Европа чемпионаттары, халыҡ-ара һәм Рәсәй турнирҙары чемпиондары һәм призерҙары, шулай уҡ өмөтлө спортсылар сыҡты. Йәмғеһе 12 комплект миҙал уйнатыла.