«Ялған хәбәргә Рәсәйҙең баш санитар табибының холераны иҫкәртеү буйынса өҫтәмә саралар тураһында ҡарары сәбәпсе. Үтә иғтибарлылар документтың ғәмәлдә түгеллеген билдәләй алды. Бындай имеш-мимештәр тәүге тапҡыр ғына таралмай. Республика халҡын ышаныслы сығанаҡтарҙағы мәғлүмәткә генә ышанырға саҡырабыҙ», — тип белдерҙеләр ведомствола.