Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
5 Апрель 2024, 11:00

Яҙғы ташҡынға нисек әҙерләнергә

Башҡортостан етәкселеге яҙғы ташҡынға әҙерлек эштәрен әүҙем алып бара. «Быйылғы ташҡын күҙаллауҙарға тура килмәүе ихтимал, – тип билдәләйҙәр БР-ҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында. – Шуға күрә ҡотҡарыусылар реаль хәлдәргә әҙер булыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй».

Яҙғы ташҡынға нисек әҙерләнергәЯҙғы ташҡынға нисек әҙерләнергә
Яҙғы ташҡынға нисек әҙерләнергә

Күҙаллауҙар ниндәй?
Ошо көндәрҙә Башгидромет республика йылғаларында яҙғы ташҡындың нисек булырына ҡағылышлы күҙаллауҙар менән уртаҡлашты. Белгестәр иҫәпләүенсә, быйыл йылғалар 5 – 15 апрель арауығында асыласаҡ – был күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәргә тура килә. Һыуҙың максималь кимәле нормаға ярашлы буласаҡ, ә Ағиҙелдең үрге ағышында – норманан 20 – 60 сантиметрға юғарыраҡ. Был осраҡта Белорет, Стәрлетамаҡ һәм Өфө тирәһендәге уйһыу урындарҙы һыу баҫыуы ихтимал.

Нимәләр эшләнә?
БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр уҡ, яҙғы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе күҙ уңында тотоп, Ауырғазы, Миәкә, Өфө райондарында йылға үҙәндәре таҙартылған, Бәләбәй, Хәйбулла, Федоровка һәм Благовар райондарында дүрт гидротехник ҡоролмаға капиталь ремонт яһалған, Мәсетле районында яр нығытылған.
Боҙ тығылып, һыуҙың ҡапыл күтәрелеүенә юл ҡуймау өсөн йылғаларҙа шартлатыу эштәре алып баралар. Бындай осраҡта һанаулы ғына минут эсендә ауыл-ҡасабаларҙы һыу баҫыуы ихтимал. Шартлатыу эштәре Илеш районының Ҡыпсаҡ, Илеш, Ябалаҡ ауылдары эргәһендә Сөн йылғаһында, Белорет районының Ғәбдүк ауылы янында Инйәр йылғаһында башҡарылған. Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, хәл-торошҡа ҡарап, шартлатыу эштәре дауам ителәсәк.

Йылғаларҙың торошон иғтибар үҙәгендә тоторға КА-32 вертолеты ярҙам итә. Уның бортында – хәл-торошто разведкалаусы махсус төркөм. Белгестәр һауанан ҡарап, баһалап, мәғлүмәттәрҙе оператив рәүештә штабҡа еткерә. Был эштең өҫтөнлөгө шунда – бер көн эсендә ҙур биләмәне, йылғаларҙы, һыуһаҡлағыстарҙы ҡарап сығып була.
Хәл-торошто күҙәтеүҙә пилотһыҙ осоусы аппараттар ҙа ҡулланыла. Ошо көндәрҙә Ишембай районында шундай ҡорамал эшләне. Халыҡты һауала осоусы аппаратты күреп, борсолмаҫҡа саҡырҙылар, ул бары тик йылғаларҙағы һыу кимәлен генә тикшерә. “Осоу өсөн тейешле рөхсәт алынған”, – тинеләр төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.
Барыһы ла контролдә
Ваҡиғалар ағышының иң насар вариантын күҙаллағанда, быйыл ташҡын биләмәһендә республиканың 44 район һәм ҡалаһындағы 313 тораҡ пункт ҡалыуы ихтимал. Был – 22 меңдән ашыу йорт хужалығы тигән һүҙ. Әгәр кәрәк була ҡалһа тип, кешеләр өсөн 276 ваҡытлыса йәшәү урыны әҙерләнгән. Яҙғы ташҡынға бәйле барлыҡ эштәрҙе Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты базаһында булдырылған республика оператив штабы ойоштора. Ошондай уҡ оператив штабтар райондарҙа ла эшләй. Бәләгә тарыусыларға 11 мең кеше, 3 мең берәмектән ашыу техника, 153 берәмек йөҙөү ҡорамалы ярҙамға килергә әҙер. Йылғаларҙың кимәлен 57 автоматлаштырылған гидропост контролдә тота.

Ҡар һыуы хәүеф тыуҙыра
Кешеләр өсөн йылғаларҙың ташыуы ғына түгел, ҡар һыуҙары ла хәүеф менән янай. Ямғырҙар, һауа температураһындағы киҫкен үҙгәрештәр ҡарҙың ҡапыл иреүенә килтерә. Быйылғы яҙҙа ошондай тәүге осраҡ Әлшәй районының Раевка ауылында булған. Һыу йортҡа үтеп инеп, 3 сантиметр самаһы кимәлгә күтәрелгән. Хужаларға ваҡытлыса йәшәү урынына күсергә тәҡдим иткәндәр, әммә улар баш тартҡан. Ҡотҡарыусылар һыуҙы ситкә йүнәлтеү өсөн участкала траншея ҡаҙған.
Артабан ҡар һыуҙары арҡаһында зыян күреү тураһында хәбәрҙәр башҡа райондарҙан да килә башлаған. БР-ҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, 25 мартҡа ҡарата республиканың дүрт ҡалаһында һәм 14 районында һыу баҫыу осрағы теркәлгән. Һыуҙан зыян күргән участкаларҙың иң күбе Сибайҙа – 11, артабан Өфөлә – ете, Баймаҡ районында – алты, Өфө районында – дүрт, Дәүләкән районында, Стәрлетамаҡ һәм Октябрьскийҙа – өсәр, Әбйәлил, Бәләбәй, Благовар, Бүздәк, Иглин, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Хәйбулла, Шишмә райондарында берәр осраҡ теркәлгән. Ҡотҡарыусылар билдәләүенсә, уларҙың барыһында ла ваҡытында тейешле саралар күрелгән.
Әйткәндәй, ҡарҙың ҡапыл иреүе күсемһеҙ милеккә генә түгел, башҡа йәһәттән дә зыян килтереүе бар. Мәҫәлән, Дәүләткилдиев бульварында бер нисә машина бәрелешкән. Улар барыһы ла ҡарлы-боҙло һөҙәк урында ултырған. Ямғыр яуып, боҙ ирей башлағас, автомобилдәр ултырған урынынан шылып, бер-береһенә бәрелгән.

Нимәләр хаҡында белергә кәрәк?
Йорт һәм участкалағы башҡа ҡоролмалар ташҡындан зыян күрмәһен өсөн алдан хәстәрлек күреү зарур:
  йорттоң эргә-тирәһен ҡарҙан таҙар­тыр­ға, канауҙарҙың, һыу ағыу торба­ларының торошон ҡарарға;
  ҡиммәтле әйберҙәрҙе подвалдан, баҙҙан сығарырға;
  эвакуация осрағында кәрәк буласаҡ әйберҙәрҙе – документ, аҡса, кейем комплекты, гигиена кәрәк-ярағы, дарыуҙарҙы барлап, әҙерләп ҡуйырға;
  мөмкин булһа, итек, кәмә, махсус костюм хәстәрләргә;
  мал-тыуарҙы ҡайҙа ҡуйыуҙы алдан уйларға.
Тыныслыҡ һаҡлағыҙ. Ашығыс ярҙам хеҙмәттәре кәрәкһә, 112-гә шылтыратығыҙ.

 

Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе sokolov.e@rbsmi.ru адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

 

Автор:
Читайте нас