Миңә өс йәш тирәһе булғанда әнейем ауыл осонда өй һалып сыҡҡан. Тыуған ауылында теге, йорттан был йортта фатирҙа йәшәп ,үҙ тупһама аяҡ баҫҡас бәхетемдең сиге булманы тип хәтерләгәндәре иҫтә . Мин сабыйҙы әллә күпме әбей ҡараған . Теүәл 4 ай тулғанда әсәйем эшкә сыҡҡан. Төпкөл ауылда йәсле тигән нәмә юҡ .
Ул инәйҙәрҙе мин хәтерләмәйем. Ә бына иҫ керә башлаған сағымда мине ҡараған Разифа инәйем менән Ғәни бабайымдарҙағы осором иҫемдә .Миңә ни бары 3 йәш.
Әнейем иртән мәктәпкә китер алдынан , мине бер өй аша йәшәгән Разифа инәйемдәргә ҡалдырыр ине . Оҙон урындыҡ өҫтөндә ултырып ҡалғаным асыҡ иҫемдә . Әней ишектән сығыу менән тәҙрә тупһаһына ашығамын , быяла аша уны ҡулымды болғап оҙатып ҡалам . Инәйемдәрҙең ғаиләһе ҙур 9 ул ике ҡыҙ , күңелдәре киң кешеләрҙә миндә үҙ балалары кеүек инем . Оҙон урындыҡ өҫтөндә бергә ултырып ашаған саҡтар иҫтә . Тәгәрмәс бәрәңге әрсеп биргәндәре , самауырҙың гөжләп ҡайнап торғаны ,тирләп бешеп һөтлө сәй эсеп ултырғандар хәтерҙә уйылып ҡалған. Әнейемдең килеп алырын тәҙрә тупһаһында әйберҙәремде йыйып көтөп ултырыр инем. Разифа инәй ашҡа , ҡул эштәренә оҫта булды, бабай ҡура тултырып мал аҫыраны, бал ҡорттары ҡараны. Уларҙың байрам табындарында беҙгә лә урын табылыр ине. Үҫә төшкәс тә уларҙан юл өҙөлмәне . Ғәни бабай умартаһынан бал айырыу менән бар урам баларын һыйлар ине .Бер заман бабай тауҙан айыу аулап алып ҡайтты . Ат арбаһында ятҡан айыу тиреһен күрергә бар күрше тирә - яҡ йыйылды.Малдарға һәм кешеләргә ташланған айыуҙы бабайыбыҙ атып алған. Һуңынан ҙур ҡаҙанда айыу итен бешереп күршеләрҙе һыйланы .
Кешелекле ихлас кешеләр ине Әхмәтйәнова Разифа инәй менән Әхмәтйәнов Ғәни бабай .
Улар тәрбиәләгән балалар беҙҙең төбәктең ғорурлығы , Башҡортостандың халыҡ артисы Әхмәтйәнов Фәһим ( фажиғәле һәләк булды) , Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Зәйтүнә апай .
Ауыл зыяратында инәйем менән бабайым йәнәшәһендә әнейем ята . Урындары ожмахта булһын яҡындарымдың .