«Бында беҙҙең бурыс — махсус хәрби операция биләмәһенән яраланып ҡайтҡан һәм реабилитацияға мохтаж яугирҙәргә мөмкин тиклем ярҙам күрһәтеү», — тип билдәләне вице-премьер.
Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу дауам итә, тип өҫтәне ул. 2023 йылда ошо маҡсатҡа 5,1 миллиард һум йүнәлтелгән.
Башҡортостанда 39-ҙан ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә. Тулы исемлек менән бында танышырға мөмкин.