«Беҙ һеҙҙе күреүебеҙгә шатбыҙ, бөгөн барыбыҙ ҙа хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ, һеҙ яу яланында һәм беҙҙең подразделениелар менән бәйләнеш тотҡан ваҡытта күп эш башҡарҙығыҙ. Яугирҙәребеҙ һеҙҙең хаҡта йылы һүҙҙәр генә әйтә. Һеҙҙең функционалды һуңыраҡ билдәләрбеҙ, әммә, һис шикһеҙ, һеҙ республиканың дәүләт власы органдары һәм хәрби подразделениеларҙың етәкселәре, хәрби хеҙмәткәрҙәре араһында бәйләнеш ойоштороу эше менән шөғөлләнерһегеҙ», - тине Радий Хәбиров.