Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
9 Апрель 2024, 10:10

“Ашҡаҙар” гәзите проекты “Беҙгә бергә!” – шиғырҙар көтәбеҙ!

“Ашҡаҙар” гәзите редакцияһы Стәрлетамаҡ үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы һәм Башҡортостан Республикаһы Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитетының Стәрлетамаҡ бүлексәһе менән берлектә яҡташыбыҙ, шағир, махсус хәрби операция зонаһында һәләк булған яугир Валентин Волочаев исемендәге “Беҙ бергә” асыҡ ҡала шиғри конкурсын иғлан итә.

“Ашҡаҙар” гәзите проекты “Беҙгә бергә!” – шиғырҙар көтәбеҙ!“Ашҡаҙар” гәзите проекты “Беҙгә бергә!” – шиғырҙар көтәбеҙ!
“Ашҡаҙар” гәзите проекты “Беҙгә бергә!” – шиғырҙар көтәбеҙ!

Шиғри бәйгелә алты йәштән алып, Стәрлетамаҡ ҡалаһында һәм унан ситтә йәшәгән һәм һәүәҫкәр шағирҙар (БР һәм РФ яҙыусылар союздары ағзаһы булмаған) – шиғыр яҙыусылар ҡатнаша ала. Әҫәрҙәр махсус хәрби операцияға, унда ҡатнашыусы яугирҙәргә, һәләк булған батырҙарға арналырға тейеш. Эштәр 2024 йылдың 19 апреленә ҡәҙәр (һуңғы ҡабул итеү көнө, 17:00 сәғәткә тиклем) өс телдә (башҡортса, русса, татарса) AshkadarGazite@yandex.ru электрон адресы буйынса ҡабул ителә.

Шиғырҙарҙы БР һәм РФ Яҙыусылар союздары ағзалары, профессионал шағирҙар баһалай. Еңеүселәр бер нисә номинацияла билдәләнә, шулай уҡ жюри махсус номинация булдыра ала. Иң яҡшы тип табылған эштәр матбуғат биттәрендә донъя күрәсәк, еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшыраласаҡ. Бүләкләү тантанаһы 25 апрель 15:00 сәғәттә Стәрлетамаҡ ҡалаһының А. Инан исемендәге башҡорт-татар әҙәбиәттәре үҙәгендә (адресы: Дуҫлыҡ урамы, 37А) башлана.
Эштәрҙе мотлаҡ күрһәтелгән электрон адресына ғына ебәреү һорала, Конкурстың Положениеныһы “Ашҡаҙар” гәзитенең электрон сығанаҡтарында беркетелгән. Белешмә өсөн телефон: +7 987 601-14-18.

Белешмә: шиғри конкурс “Ашҡаҙар” гәзитенең махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә арналған “Беҙ бергә” мәҙәни-спорт фестивале сиктәрендә үтә. Фестиваль шулай уҡ көрәш һәм шахмат буйынса турнирҙар, йәш быуын менән махсус хәрби операция яугирҙәре ҡатнашлығында “түңәрәк өҫтәл”де үҙ эсенә ала. Фестиваль ағымдағы йылдың апрель айында үтә.

Валентин Волочаев махсус хәрби операция башланғанға ҡәҙәр ҡалала йәшәй, Башҡорт сода компанияһында эшләй, йәш сағынан шиғырҙар яҙа, бейеү менән шөғөлләнә, ҡатыны Янина Волочаева менән өс балаға ғүмер бирәләр. Махсус хәрби операцияға үҙ ирке менән А.Доставалов исемендәге батальон составында тәүге айҙарҙа уҡ ҡушыла. Ҡаты яраларҙан һуң 2022 йылдың 7 октябрендә батырҙарса һәләк була. Уның исеме Стәрлетамаҡта мәңгелләштерелә.

“Беҙ бергә” шиғри конкурсы ҡәләм тирбәлтеүселәр араһында һәләтле авторҙарҙы асыҡлау, йәш быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләү, махсус хәрби операцияла ҡанташыусыларға ҡарата хөрмәт арттырыу һәм һәләк булған яугирҙар исемен мәңгелләштереү маҡсатында ойошторола.

 

Заявка на участие Конкурса

ФИО (полностью без сокращения)*

 

Дата рождения *

 

Место проживания (населенный пункт)

 

Место работы или учебы, должность

 

Руководитель работы (если есть)

 

Телефон, адрес электронной почты*

 

Согласие на обработку персональных данных (Да/нет)*

 

Дополнительная информация о себе

 

 

* - поле для обязательного заполнения.

 

“Ашҡаҙар” гәзите проекты “Беҙгә бергә!” – шиғырҙар көтәбеҙ!
“Ашҡаҙар” гәзите проекты “Беҙгә бергә!” – шиғырҙар көтәбеҙ!
“Ашҡаҙар” гәзите проекты “Беҙгә бергә!” – шиғырҙар көтәбеҙ!
“Ашҡаҙар” гәзите проекты “Беҙгә бергә!” – шиғырҙар көтәбеҙ!
Автор:
Читайте нас