Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
9 Апрель 2024, 05:10

ЯҘҒЫ ХӘРБИ ХЕҘМӘТКӘ САҠЫРЫЛЫУҘАР БАШЛАНДЫ

Армияға саҡырыу ҡағыҙы (повестка) алыу ҙа ғорурлыҡ, ир ҡорона ингәнеңде аңлата. Ә иртәгәАрмияға китергә тигән көндө һәр кем үҙенсә үткәрә.  Элегерәк  ауылдарҙа  таңға  тиклем  гармун тартып, йырлап-бейеп,  ауылдашын оҙатырға тип бөтә ауыл йәштәре йыйыла торғайны. Унда инде кем ҡайҙа хеҙмәт иткән, ҡыҙыҡлы тарихтар һәм буласаҡ һалдатты һынап ҡарарға ла тырышыусылар табыла, хатта сәсен дә ҡырып алып ебәреүсе оҫта була.  Ә бына Стәрлетамаҡта призывниктарҙы  ярыш ойоштороп һынап  ҡарайҙар.

ЯҘҒЫ ХӘРБИ ХЕҘМӘТКӘ САҠЫРЫЛЫУҘАР  БАШЛАНДЫЯҘҒЫ ХӘРБИ ХЕҘМӘТКӘ САҠЫРЫЛЫУҘАР  БАШЛАНДЫ
ЯҘҒЫ ХӘРБИ ХЕҘМӘТКӘ САҠЫРЫЛЫУҘАР БАШЛАНДЫ

Стәрлетамаҡ  күп  профилле  колледжында  киләһе саҡырылышта  хәрби  хеҙмәткә  алынырға  тейешле  йәштәр араһында хәрби  спорт  төрҙәре буйынса республика спартакиадаһының  икенсе этабы үтте. Стәрлетамаҡ  ҡалаһы һәм районы буйынса  хәрби  комиссариат  ойошторған сараға  күрше  район һәм ҡалаларҙан да килгәндәр ине.

- Иң тәүҙә командалар үҙ-ара ярышып,  иң яҡшы команданы һайлап алды. Бөгөн беҙҙә Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат  ҡалалары, Ауырғазы, Ғафури, Миәкә, Стәрлебаш, Ҡырмыҫҡалы, Архангел  райондары ярышасаҡ, иң яҡшы спортсыларҙы республика этабына  һайлап аласаҡбыҙ,- тине  Стәрлетамаҡ  ҡалаһы  һәм районы буйынса хәрби комиссариаттың хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге начальнигы  Максим Немченко.

Спартакиада барышында  егеттәр ҡул менән ерҙән  күтәрелеү,   турникта тартылыу, ҡыҫҡа  араға йүгереү,  ваҡытҡа  противогаз кейеү, Калашников  автоматын  һүтеп-йыйыу, пневматик  винтовканан  атыу  буйынса  һынауҙар  үтте.

Хәрби хеҙмәткә саҡырылыш 1 апрелдән башлынып,  15 июлгә тиклем дауам итәсәк. Башҡортостан  хәрби комиссариаттары яҙғы саҡырылыш  кампанияһы  сиктәрендә 5,5 меңдән ашыу егет хеҙмәткә ебәрәсәк, Стәрлетамаҡтан 300-ҙән ашыу егет хеҙмәткә оҙатыласаҡ. Егеттәребеҙ  Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәре  ғәскәрҙәрененең бөтә төрөнә һәм төрҙәрен һәм башҡа федераль башҡарма власть органдарының хәрби  частарына эләгәсәк.   призывниктар  менән комплектлау  планлаштырыла.

Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе йыйыу пунктынан оҙатыу апрель аҙағында уҡ башлана. Һәр яңы хәрби хеҙмәткә алыныусыны хәрби кейем, несессерҙар, әйберҙәр һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итәсәктәр.  Күпселек призывниктарҙы уҡыу берләшмәләренә һәм хәрби частарға ебәрәләр, унда улар заманса хәрби техниканы  үҙләштерә,  хәрби-иҫәп  һөнәрен ала, ә һуңынан,  алған  әҙерлегенә  ярашлы, хеҙмәтен дауам итә.

- Призывниктар Рәсәй биләмәһендә хеҙмәт итәсәк һәм Украинала барған махсус хәрби операцияла ҡатнашмаясаҡ, - тине Башҡортостандың хәрби комиссары,  полковник Михаил Блажевич. Тимәк, ата-әсәләргә  балалары  хәрби  бәрелештә ҡатнашыр тип  борсолорға кәрәкмәй. Бөтә призывниктар  Рәсәй  территорияһындағы даими дислокация  пункттарында  хеҙмәт  итергә  китә, ә хеҙмәт тамамланғас,  өйҙәренә ҡайтасаҡ.

Эльдар Фәттәхов.

ЯҘҒЫ ХӘРБИ ХЕҘМӘТКӘ САҠЫРЫЛЫУҘАР  БАШЛАНДЫ
ЯҘҒЫ ХӘРБИ ХЕҘМӘТКӘ САҠЫРЫЛЫУҘАР БАШЛАНДЫ
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас