Республика менән идара итеү үҙәгенән БЮТ телеканалының "Сәләм" тапшырыуының тура эфирында - Илдус Назаров, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы белгесе.
Республика халҡы тыныс була ала - барыһы ла контролдә. 2023 йылдың көҙөндә Павловка һыу һаҡлағысының плотинаһы тикшерелде, эшкә водолаздар ҙа йәлеп ителде. Тимер-бетон конструкцияларҙың торошо хәүеф тыуҙырмай. 2024 йылдың мартында өҫтәмә тикшереү үткәрелеп, ҡоролманың файҙаланыу ваҡыты оҙайтылды.
2024 йылдың 11 апреленә 19 муниципалитетта 33 хәл контролгә алынған. Ыңғай үҙгәреш күҙәтелә, күп урындарҙа йорт биләмәләренән һыу ҡайта башланы. Кушнаренко, Стәрлебаш, Хәйбулла райондарында 5, Мәсетлелә 2 хәл яҡшырыу сәбәпле күҙәтеүҙән төштө.
Һыу киткән урындарҙа тергеҙеү эштәре алып барыла, ауыр техника эшләй, тупраҡ һибелә һәм трамбовкалана. Ваҡ таш килтереү һәм юлға асфальт түшәү планлаштырыла.
Дала йылғаларында ташҡындың иң юғары нөктәһе үтте, ә ҙур һәм тау йылғаларында алда әле. Оператив штаб тәүлек әйләнәһенә ташҡын хәлен күҙәтеүен дауам итә.
Тулыраҡ - эфир яҙмаһында.