Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Апрель , 17:45

Республиканың Ситуация үҙәге халыҡтан ташҡын буйынса мөрәжәғәттәр ҡабул итә башланы

Башҡортостанда 17 апрелдән Ситуация үҙәге операторҙары халыҡтың яҙғы ташҡын буйынса һорауҙарына яуап бирә башланы. Республика менән идара итеү үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, бының өсөн 122 (өҫтәмә 5) йәки +7 (347) 218-19-19 номерҙарына шылтыратырға кәрәк.

Республиканың Ситуация үҙәге халыҡтан ташҡын буйынса мөрәжәғәттәр ҡабул итә башланы
Республиканың Ситуация үҙәге халыҡтан ташҡын буйынса мөрәжәғәттәр ҡабул итә башланы

Ситуация үҙәге Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты структуралары һәм башҡа төбәк ведомстволары, шулай уҡ ҡала һәм район хакимиәттәре менән бәйләнеште тәьмин итергә бурыслы.

«Ташҡындан зыян күреүселәр кәрәк булған осраҡта ярҙам саралары, яҡын-тирәләге ваҡытлыса йәшәү, гуманитар ярҙам йыйыу пункттары, ҡыҙыу линия телефондары тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин», - тип белдерҙе Ситуация үҙәге эксперты Лилиана Даутова.

Һуңғы тәүлектә 112 системаһына биләмәләрҙе һыу баҫыуы тураһында ике хәбәр килгән.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-04-17/respublikany-situatsiya-ge-haly-tan-tash-yn-buyynsa-m-r-zh-tt-r-abul-it-bashlany-3731794

 

Автор:
Читайте нас: