Ашҡаҙар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Апрель , 11:16

Радий Хәбиров Мәскәүҙә Сергей Лавров менән осрашты

17 апрелдә Мәскәүҙә Башҡортостандың иҡтисади, инвестиция һәм туристик ҡеүәте менән таныштырыу сараһында Рәсәйҙең сит ил эштәре министры, илдең Ишеү слаломы федерацияһының попечителлек советы рәйесе Сергей Лавров менән республика етәксеһе Радий Хәбировтың осрашыуы булды.

Радий Хәбиров Мәскәүҙә Сергей Лавров менән осрашты
Радий Хәбиров Мәскәүҙә Сергей Лавров менән осрашты

Осрашыу башында Башҡортостан Башлығы министрға дипломатик хеҙмәткәрҙәргә һәм төрлө кимәлдәге эксперттарға Башҡортостан ҡеүәтен күрһәтеү мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. Шул иҫәптән сит илдәрҙекенә лә.

– Был республикабыҙ үҫеше өсөн мөһим аҙым. Беҙ әүҙем тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек алып барабыҙ һәм һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы булышлығында сит илдәрҙә үҙебеҙҙең сауҙа вәкиллектәрен астыҡ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Мәҙәни һәм гуманитар бәйләнештәр ҙә әүҙем киңәйә. Айырыуса төп партнерҙарыбыҙ – Беларусь һәм Ҡаҙағстан менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барабыҙ. Ә Абхазия менән хеҙмәттәшлек сиктәрендә быйыл Өфөлә башҡорт һәм абхаз халыҡтары дуҫлығы хөрмәтенә колоннада асырға йыйынабыҙ.

Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы башлығы һүҙҙәренсә, идара итеү командаһының тырышлығы менән республика Рәсәйҙә иҡтисадты, шулай уҡ мәҙәни һәм спорт өлкәһен үҫтереү буйынса алдынғылыҡты һаҡлап ҡала.

– Башҡортостан был йәһәттән – илебеҙҙең йөҙө. Һеҙгә әүҙем тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек өсөн рәхмәт белдерәм. Бынан тыш, төбәктә спорттың яҡшы темптар менән үҫешеүен беләм. Мәҫәлән, Өфөлә ишкәкле слалом комплексы – донъя кимәлендәге заманса ҡоролма төҙөлә, – тине Сергей Лавров. – Республика вәкиле Алһыу Минәзева – слалом буйынса иң яҡшы спортсыларыбыҙҙың береһе. Башҡортостан атлеттарына уңышлы сығыштар, яңы сағыу еңеүҙәр теләйем.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Сергей Лавровты 2024 йылдың йәйендә һәм көҙөндә Өфөнөң 450 йыллығына арналған сараларҙа ҡатнашырға саҡырҙы.

 

https://bash.bashinform.ru/news/politics/2024-04-18/radiy-h-birov-m-sk-sergey-lavrov-men-n-osrashty-3732665

 

Автор:
Читайте нас: