Ашҡаҙар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Апрель , 15:45

Башҡортостанда милли кейем тегеү оҫталарын әҙерләйәсәктәр

19 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Милли музейҙа уҙған милли кейем тегеү оҫталары менән осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына ла яуап бирҙе.

Башҡортостанда милли кейем тегеү оҫталарын әҙерләйәсәктәр
Башҡортостанда милли кейем тегеү оҫталарын әҙерләйәсәктәр

Башҡорт милли кейемен тергеҙеү, һаҡлау һәм популярлаштырыу менән шөғөлләнгән «Селтәр» башҡорт костюмы студияһы вәкилдәре республика етәксеһенә Милли кейем көнөн булдырырға тигән ҡарары өсөн рәхмәт белдерҙе. Уларҙың фекеренсә, был оҫталарға яңы һулыш бирҙе, уларҙың эшенең абруйын күтәрҙе. Былтыр үҙенең ун йыллыҡ юбилейын билдәләгән студия Рәсәй Президенты Грантына тормошҡа ашырылған «Башҡорттарҙың һуғылған шәле» проектын тамамланы. Оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып, йөҙгә яҡын кеше шәл һуғырға өйрәнде. Уларҙың эштәре М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейындағы күргәҙмәлә күрһәтелде. Улар республика етәксеһенән үҙҙәренең белемен һәм оҫталығын йәштәргә тапшырыу мөмкинлеге биреүен һораны һәм Башҡортостан халыҡтарының дуҫлыҡ йорто өсөн яңы бинаға бәйле һорау бирҙе.

«Әле беҙ Дуҫлыҡ йорто өсөн яҡшы урын һайлайбыҙ һәм шунан һуң бинаны проектлау эшенә тотонабыҙ, унда шул иҫәптән милли кейемдәр тегеү оҫталары өсөн дә урын табылыр. Шулай уҡ Өфө колледждарының береһенә милли кейемдәр һәм атрибутика тегеү буйынса оҫталар әҙерләү белгеслеген кире ҡайтарыу мөһим тип иҫәпләйем. Мәғариф министрлығына тәҡдимдәр индереү бурысы йөкмәтелә», - тине Радий Хәбиров.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-04-19/bash-ortostanda-milli-keyem-tege-o-talaryn-erl-bashlana-3734847

 

Автор:
Читайте нас: