Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Апрель , 14:10

Өфө туристары Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә 20 апрелдән оса ала

«Flydubai» авиакомпанияһының Өфөнән Дубайға осоштары 20 апрелдән тергеҙелеүе ихтимал. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына баш ҡала аэропортының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Өфө туристары Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә 20 апрелдән оса ала
Өфө туристары Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә 20 апрелдән оса ала

«Авиакомпания ҡарары менән рейстар туҡтатылып тора. Билеттар 20 апрелгә күсерелә йәки аҡса кире ҡайтарыла. Барлыҡ һорауҙар буйынса авиакомпанияға мөрәжәғәт итергә кәңәш бирәбеҙ», - тип белдерҙеләр аэропорттың матбуғат хеҙмәтендә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 16 апрелдә Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә ҡойма ямғырҙар ябырылды. Ҡалала хәрәкәт туҡтап ҡалды, аэропортты һыу баҫты. Шуға күрә авиакомпаниялар Дубайға осоштарҙы ваҡытлыса туҡтатты. 6 һәм 17 апрелдә Дубай аэропортын һәм ҡаланы һыу баҫыу һөҙөмтәһендә Рәсәйҙән 5 меңгә яҡын пассажирҙың рейсы тотҡарланды, тип иҫәпләй Рәсәй туроператорҙары ассоциацияһының вице-президенты, Space Travel компанияһының генераль директоры Артур Мурадян.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-04-19/f-turistary-berl-shk-n-r-p-mirlekt-ren-20-apreld-n-osor-a-m-mkin-3734745

 

Автор:
Читайте нас: