Фестиваль 25 апрелдән 28-нә тиклем бара. Уның сиктәрендә 25 апрель шағир-яугир Валентин Волочаевтың яҡты иҫтәлегенә арналған шиғырҙар конкурсы еңеүселәрен тәбрикләйбеҙ. Эштәрҙе 19 апрелгә тиклем ҡабул иттек. Был тантана ҡалабыҙҙың А.Инан исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәттәре үҙәгендә (Дуҫлыҡ урамы, 37А) 15:00 сәғәттә башлана. Шиғриәт һөйөүселәрҙең һәммәһен дә тантанала көтөп ҡалабыҙ!
Шулай уҡ фестиваль сиктәрендә 26 апрелдә үтәсәк махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә арналған “Ашҡаҙар” кубогына көрәш буйынса Асыҡ ҡала турнирына ла рәхим итегеҙ. Унда бигерәк тә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы, уларҙың ғаиләләрен, спорт һөйөүселәрҙе көтөп ҡалабыҙ. Был турнирҙа республика ҡала-райондарынан йөҙҙән ашыу спортсы килеүе көтөлә. Сара Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжында үтә. “Юрматы” көрәш клубы менән берлектә үткәрелгән турнир иртәнге сәғәт 10-да башлана, асыу тантанаһы – 12:00, еңеүселәрҙе бүләкләү – 14:30.
Ә инде 28 апрель көндө һеҙҙе, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө спорт мәктәбе менән берлектә, “Ашҡаҙар” гәзите приздарына үткәрелгән шахмат буйынса Асыҡ ҡала турнирында көтәбеҙ. Турнир шахматсы, махсус хәрби операцияла һәләк булып ҡалған Тимур Фадеевтың яҡты иҫтәлегенә арнала. Бында иһә Башҡортостандың төрлө ҡала райондарынан 100-ҙән ашыу шахмат оҫтаһы көс һынашасаҡ. Шулай уҡ, физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә хәстәрлек күрһәтеү йылы сиктәрендә, ҡалабыҙҙың физик мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылары өсөн алдан айырым уйын үтте. Шахмат турниры шахмат мәктәбендә (Братская, 9) иртәнге унда башлана. Асыу тантанаһы – 10:30, бүләкләү – 14:30.
Фестиваль хаҡында репортаждарҙы гәзитебеҙҙең киләһе һандарында көтөп ҡалығыҙ. “Беҙ бергә”лә лә бергә булайыҡ, дуҫтар!
Ойоштороу комитеты.
Фотолар үткән йылдарҙа үткәрелгән саралар мәлендә төшөрөлдө.