Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
26 Апрель 2024, 07:39

Башҡорт теленән диктант яҙабыҙ

Башҡортостан халҡын һәм башҡорт теле менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» яҙыу акцияһында ҡатнашырға саҡыралар. Быйыл акция 27-29 апрелдә үткәрелә. БСТ телеканалында тура трансляция 27 апрелдә сәғәт 11-ҙә башлана.

Башҡорт теленән диктант яҙабыҙБашҡорт теленән диктант яҙабыҙ
Башҡорт теленән диктант яҙабыҙ

Акцияны ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, 2024 йылда текстарҙың тематикаһы патриотизмға, йәштәргә, ғаилә ҡиммәттәренә һәм йолаларына арналған. Диктант яҙыу түбәндәге кимәлдә ҡаралған:

  • башҡорт телен башлап өйрәнеүселәр кимәле;
  • башҡорт телендә иркен аралашыусылар кимәле;
  • башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында

Акцияның девизы: «Тел — халҡыбыҙҙың рухи байлығы». Акция Башҡортостан Башлығы бойороғона ярашлы йыл һайын апрелдең дүртенсе шәмбеһендә үткәрелә.

Киң йәмәғәтселекте йәлеп итеү, тел мәҙәниәтен күтәреү, башҡорт телен үҫтереү һәм популярлаштырыу өсөн белем биреү ойошмаларында, юғары уҡыу йорттарында, мәҙәниәт учреждениеларында, коммерция предприятиеларында, йәмәғәт ойошмалары офистарында 27 апрелдә иртәнге сәғәт 11-ҙән 29 апрелгә тиклем офлайн-майҙансыҡтар ойошторола.

Рәсми сайтта офлайн-майҙансыҡтар тураһында мәғлүмәт, шулай уҡ тура эфирҙы ҡарау өсөн һылтанма бирелә. Сараларҙы #башҡорттелендәдиктант, #башдиктант2024, #диктантпобашкирскомуязыку, #башҡортсадиктантяҙам хештегтары менән социаль селтәрҙә яҡтыртырға мөмкин.

Башҡорт теленән диктант яҙабыҙ
Башҡорт теленән диктант яҙабыҙ
Автор:
Читайте нас