Һуғыш өсөн генә тауҙарҙың, һыуҙарҙың әһәмиәте бөтөнләй юҡ төҫлө. Ширияздан аҡҡан һыуға һоҡланыпмы, һаҡланыпмы ҡарап тора. Ғәжәпләнерһең дә, күпме бәләләр күрҙе ул аҡҡан һыуҙарҙан. Нисә тапҡыр батты, тартып сығарыусы табылманы. Үҙе балыҡтай йөҙә белгәс, иҫән ҡалды. Яҙмышмы ҡотҡарҙы? Кит инде, бер кем әйтмәҫ. Төҙөлөп ятҡан күпергә бомба ташлаған немец самолеты үҙе лә бик алыҫ оса алманы, әммә летчик үҙ маҡсатына иреште. Күпер селпәрәмә килде, бүрәнәләр менән төҙөүселәр һыуға ҡойолдо. Ширияздан да, тағы ла бер контузия алып, ағым һыуға сумды. Кемделер ҡотҡарып маташтылар, ә ул аңын юғалтып, һыу буйлап аҡты…
Аңын юғалтҡан кеше үлеккә тиң. Ширияздан немецтар алдынан тауыш-тынһыҙ ағып үтә. Күпмелер ваҡыт үткәс, рәхимле йылға тулҡындары Шириязданды бормалы ярға, ҡыуаҡтар ышығына сығарып һалды. Ул шул тыныс урында, ҡыуаҡ төбөндә күпме ятҡанын белмәне лә, һиҙмәне лә. Контузиялы кешенең ҡолаҡтары тышҡы тауышты ишетмәй, ул үҙ йөрәгенең тауышын ғына ишетә. Һалдат үҙ йөрәгенә ышанды, нисек кәрәк, аяғына баҫҡас, асыҡ урынға сыҡманы, шырлыҡтар аша билгеһеҙлеккә атланы. Ә кем белә, кем ҡулына эләгәһен? Карпаттағы немецтарға яңғыҙ бер әсирҙең кәрәге булмай сыҡты, уны эҙәрләүсе табылманы. Билгеле инде, үҙебеҙҙекеләр штрафниктарға ышанмай. Ширияздандың томанлы башынан «тиҙерәк табырға!» тигән уй китмәне. Бәхетенә күрә, һыу тулҡындары уны үҙебеҙҙекеләр булған ярға сығарған. Шуғалыр тапты Ширияздан батальонын, хатта бик тиҙ тапҡан төҫлө тойолдо:
– «Һин ҡайҙан?», – тип һоранылар шартлаған күперҙең урта самаһында эшләгән балта оҫтаһының иҫән-һау булыуына өмөт өҙгән дуҫтары.
– Миңә йондоҙҙар күренде, – тигән булды Ширияздан уйынлы-ысынлы уларҙың ирендәре ҡыймылдағанын күреп. Эйе шул, ағын Карпат һыуҙары башыңды ташҡа бәргәндә күҙгә йондоҙҙарҙан башҡа нимә күренһен инде! Шулай. Ишетмәгән һалдат күпер төҙөй алмай. Шириязданды госпиталгә оҙатырға ашыҡманылар, тәжрибәле һалдатты ашнаҡсы итеп ҡуйҙылар. Ул үҙ бурыстарын үтәй башланы. Бына күпер төҙөүсе батальонды тағы бер йылғаға килтерҙеләр. Тауҙарҙың үҙ законы – закон. Бында аҙым һайын көтөлмәгән хәлдәр була. Саперҙар урман ситендә ял иткән арала, бер пехота полкы йылғаны аша сығып өлгөрҙө… Немец тупсылары көслө ут асты. Ашығып төҙөлгән күпер селпәрәмә килде, ә икенсене төҙөргә бер ағас та ҡалмағайны. Теге ярҙа ҡалған уҡсылар полкы өсөн үлемесле хәл ине. Нимә эшләргә? Урман ҡырҡыу эшенә тотоноп булмай ҙа инде. Аптыраған саперҙар командаһы старшинаһы Шириязданға күрһәтте:
– Бәлки һин берәй нәмә уйлап табырһың?
Ә Ширияздан ҡул бармаҡтары менән нимәлер аңлатты. Уға ярҙамсы-лар кәрәк икән. Аҙыҡ эҙләп, йылға буйын ҡараштырып йөрөгәндә, ул бик кәрәкле һалға юлыҡҡан булған… Һалдатты аңланылар. Старшина кәрәк хәтле саперҙарҙы уға эйәртеп ебәрҙе… Ярҙа әҙер һал тора, ул бына тигән бүрәнәләрҙән эшләнгән. Һыу ситендә ҡалдырылған һалды этәрергә өс-дүрт кеше кәрәк булған. Урман ҡырҡыусы һалсылар, күрәһең, һал өҫтөндә түңкәрелгән ҙур суйын ҡаҙанын да ҡалдырған. Һалдаттар үҙ эштәрен белә. Ширияздан улар менән бергәләп ҡаҙан аҫтына ике бүрәнә һалды, уларҙың береһе йыуаныраҡ. Ҡаҙан аҫтына бер генә кеше һыя.
«Һалда бишәүләп барып булмай ҙа инде. Йылғалағы һал немец позициялары алдынан аға. Ата башлаһалар кем белә, һалда тере ҡалыусы булырмы?», – тип уйланды зиһенле һалдат. Бына һалдың ике башына ағас ботаҡтарынан эшләнгән ҡарасҡылар ҡуйылды. «Әйҙә, иренмәгән немец атһын»,– тип шаяртҡандай һөйләнде бер һалдат. Һуғышта оҙаҡ уйламайҙар. Ширияздан ярҙамсыларына батальонға урман эсенән барырға ҡушты. Уны тағы аңланылар… Шулай итеп, тейешле урынға бик шәп бүрәнәләрҙән эшләнгән һал ағып килде. Танкты ла күтәрерлек! Ҡаҙан аҫтынан сыҡҡан Ширияздан битен һөртә биреп:
– Күҙгә тағы йондоҙҙар күренде, – тип әйтте.
Күренгәндер, эйе, кемгә ниндәй йондоҙ. Алла белә. Немецтар уты аҫтында, һал өҫтөндә үткән Ширияздан нәмә уйланы икән? «Ҡарасҡылар» тырым-тырағай һал өҫтөндә ята бит! Әгәр һал немец позицияһы алдында ярға терәлеп туҡтаһа? Ширияздан был турала уйлап өлгөргәйне. Эйе, һуғышта алдан уйлау үлемдәрҙән ҡотҡарырға мөмкин. Күктә уйламайҙар. Ожмахта кем уйланһын…
…Бүрәнәләр ярға терәтелде, һал йылғаға арҡыры ҡуйылды.
Һуғыш ҡалҡанбаш уйыны кеүек шул. Әле генә немецтар үҙ позицияһын ныҡ тота ине, беҙҙең танктар килеүе булды, улар туптарын ташлап ҡасыу яғын ҡараны.
Һал ваҡиғаһы батальон өсөн әллә ни әһәмиәтле булмаҫ ине лә, көтмәгәндә, полковник Леонид Брежневтың килеүе тураһында хәбәр таралды. Полуторка килеп туҡтауы булды, сапер батальонын теҙеп ҡуйҙылар. Һал һәм күпер тураһында кемдер командирҙарҙың береһе әйтте. Шул саҡта Ширияздан алдына Леонид Брежнев килеп баҫты ла, ҡулын ҡыҫып:
– Һин Герой булырға лайыҡлы, ярай, әлегә һин штрафник, бына тиҙҙән сит илдәрҙә һуғышасаҡбыҙ. Хәлдәр үҙгәрер, наградаһыҙ ҡалмаҫһың, – тине.
Беренсе тапҡыр Ширияздан үҙенең кемлеген күрҙе, буғай. Ул полковник Брежневҡа яуап һүҙе әйтмәһә лә, күпте әйткәндәй итеп, күҙҙәренә ҡарап торҙо.
Эйе, һәр кемдең үҙ йондоҙо бар, тиҙәр. Барҙыр. Алыҫта янды Ширияздан йондоҙо, тик һүнмәне.
Ишғәле НУРҒӘЛИЕВ, яҙыусы.