Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
8 Май 2024, 05:40

ТИХВИН ҺАЛДАТТАРЫ

“Блокада” кинофильмында Гитлер генералдарын йыйып алған да ҡотороноп өҫтәлдә ятҡан картаға “Тихвин! Тихвин!” тип ҡысҡырып шаҡылдатып бармағы менән төртә. Кемдең нисек иҫендә ҡалғандыр, мәгәр был эпизод минең хәтеремдә ныҡ ҡалды. Сөнки атайым Ирғәлин Әбдрәхим менән ағайым Ураҙбаев Фәхрислам – Федоровка районы Юлдаш ауылы егеттәре, Икенсе удар армия составында Тихвин ҡалаһын обороналауҙа бергә ҡатнашҡандар. Гитлерҙың ҡотороуы – Тихвинды алып, Ленинград блокадаһын ҡулсаға алып бөтөрә алмауында. Икенсе удар армия менән ул саҡ генерал Хазин етәкселек итә.

ТИХВИН  ҺАЛДАТТАРЫТИХВИН  ҺАЛДАТТАРЫ
ТИХВИН ҺАЛДАТТАРЫ

Ҡан ҡойғос һуғыштар бара. Бының сәбәптәренең береһе, бәлки, төп сәбәптер – Тихвин ҡалаһы урынлашҡан ерҙәрҙә ер нигеҙҙә ҡомдан тора. Шуның өсөндөр ҙә ер аҫты һыуҙары бик өҫтә. Окоп ҡаҙһаң да һыуы сыға, ә траншея ҡаҙыу хаҡында һөйләргә лә түгел. Ҡыҫҡаһы, һалдатҡа дошман утынан һаҡланып ятырлыҡ ҡоролма юҡ. Тихвин бер нисә тапҡыр ҡулдан-ҡулға күсә. Беҙҙекеләрҙең хәле мөшкөл, икенсе удар армия юҡтан бар ғына. Тәьминәт һәм ҡорал юҡ.

Хәлде төҙәтеү өсөн Сталин Хазинды генерал Андрей Власов менән алмаштыра. Һуңғараҡ Власов армияһының ҡалдыҡтары менән немецтарға бирелде. Беҙ йәш саҡтарҙа, фронтовиктарҙың күбеһе иҫән саҡта Власовты “немецтарға ике армияны пленға бирҙе” тип ҡарғай торғайнылар. Документтар һөйләүенсә, беренсеһе дөрөҫ түгел, икенсеһе – хаҡ. Беренсе осраҡта һүҙ һуғыштың башында, 1941 йылдың 21 авгусынан 26 сентябрендә “Киевский карман” тигән операция тураһында булырға тейеш. Маршал С.М.Буденный етәкселек иткән Киев хәрби округына төнъяҡтан генерал Гудернандың танк армияһы, көньяҡтан генерал Клейстың армиялар төркөмө һөжүм итте һәм ҡамауға алдылар. Буденный төркөмө тулыһынса тар-мар ителде. 665 мең совет һалдаты әсир төштө. Киевты немецтар 19 сентябрҙа алдылар”, – тип яҙалар, мәҫәлән, “История войн” китабында.

Хәйер, һүҙ әлегә һатлыҡйәндәр түгел, геройҙар хаҡында. Атайым был яуҙы ошолай тип хәтерләй ине: “Бер урында оборона төшөп ятабыҙ. Алдыбыҙҙа һирәк-һаяҡ ҡарағайҙар үҫкән тигеҙ ялан. Бер ҡараһаҡ, алыҫтан эт бөткөһөҙ немец танктары килеп сыҡты. Арттарынан һалдаттары эйәргән, беҙҙе күреү менән танктар пушкаларынан снарядтар яуҙыра башланы. Шартлауҙарҙан донъяның аҫты өҫкә әйләнгән кеүек. (Гитлер генералдарына картаға бармағы менән юҡҡа ғына туҡылдатмағаны ошонда күренә: “Тихвин!” – авт.) Фәхрислам эргәмдә генә ята, ҡото осоп: “Уй, еҙнә! Нишләйбеҙ инде?! Нишләйбеҙ?!” – тип һамаҡлай. Мин, өлкәнерәк кеше, өҫтәүенә, еҙнәһе лә булғас: “Нишауа, ҡурҡма! Бирешмәҫбеҙ!” – тигән булдым. Ҡайҙан бирешмәү?! Танктарға ҡаршы артиллерия юҡ! Ҡулыбыҙҙа винтовка... 1897 йылда Мосин эшләгән “винтовка Мосина”, уныһының да патрондары һанаулы ғына ҡалған. Гранаталар – бар кешелә бар, юғында юҡ...”

Беҙҙең атай ҡыйыу, ғәрсел, үҙе нескә күңелле кеше булды. Фронт хәтирәләрен һөйләргә яратманы. Яйын тура килтереп, өҫтәл артында ултырғанда, теле сиселеп алғас һораһаң да, бер аҙ башлап тора ла, күҙҙәренән йәштәре ағып, туҡтай ҙа ҡуя торғайны. Һуғыш үҙәгенә үткәнгәлер. Ә шулай ҙа бер ысҡындырып ҡалды. “Тихвиндан немецтарҙы ҡыуып сығарып йөрөгәндә бер йорт нигеҙе буйлап китеп барһам, ярым подвал тәҙрәнән эскә күҙем төштө. Беҙҙең ҡапыл бәреп кергәнде аңғармай ҡалғандармы, әллә яҙмыштарын үҙ яйына ҡуйғандармы, 7-8 офицер өҫтәл янында кәйеф-сафа ҡороп ултыра. Бына һеҙгә, тинем дә тәҙрә аша эскә граната елләнем...”

Атайым 13 ноябрҙә немец са-молеттары бомбаларына эләгеп ике ҡулынан да ҡаты яралана. Алтай гос-питалдәрендә йылға яҡын дауаланғас, һул ҡулһыҙ, уң ҡулы шаушаҡ быуынынан ныҡ имгәнгән килеш тыуған ауылыбыҙға ҡайтып төшә. Һуғыш йылдарында колхоз рәйесе, унан һуң ялан ҡарауылсыһы, МТС хисапсыһы, һөтсөлөк фермаһы мөдире һәм аҙаҡ килеп, 18 йыл почтальон булып эшләп хаҡлы ялға китте.

...Ә һуғыш яланында юғалған Фәхрислам ағайыбыҙ әсирлектән 1947 йылда ғына ҡайта. Бөтә әсирҙәрҙе 1945 йылда уҡ ҡайтарып бөтөрҙөләр. Ә нишләп Фәхрислам ағайыбыҙике йылға һуңлаған. Концентрацион лагерҙа ул Австрия ерендә булғандыр, тип фаразларға кәрәктер. Австрияны американдар азат итә. Әммә, элек концлагерҙы немецтар һаҡлаһа, хәҙер американдар һаҡлай...

Шулай оҙаҡ тотоуҙарының сәбәбе – американдар, ниндәй илдән булыуҙары-на ҡарамаҫтан, тотҡондарҙы йәшәү өсөн АҠШ-ҡа күсерергә тырышалар. Совет вәкилдәре концлагерҙарға килеп СССР-ға ҡайтырға өгөтләп ҡарай, әммә әсирҙәр риза түгел. Сөнки американдар уларға, һеҙ СССР-ға ҡайтыу менән һәммәгеҙҙе лә Себергә ГУЛАГ-ҡа оҙатасаҡтар, тип ҡурҡыталар. Был хаҡта етмешенсе йылдарҙа нәшер ителгән “Рассказывают чекисты” тигән 18 томлы әҙәбиәттән уҡый алаһығыҙ. Фәхрислам ағайыбыҙ нисек әйләнеп ҡайтыуын үҙе генә белә, ул серҙе үҙе менән ҡәберенә алып киткән. Уны Себергә һөрмәнеләр. Әммә 1953 йылдан башлап, иҫтәренә төшөп, әйләнгән һайын Райвоенкоматҡа саҡыртып, һорауҙар алып, теләһә нимә төпсөнөп, тәҡәтенә тейеп, үҙенә-үҙе ҡул һалыуға тиклем килтереп еткерҙеләр.

Шулай, һуғыш яланында булған батырҙар һымаҡ, ирегенән тыш әсирлеккә эләккәндәргә лә йәмғиәт мәрхәмәтле булһын ине...

Хәмит ИРГАЛИН, яҙыусы.

Автор:
Читайте нас