"Минең Башҡортостан" порталы мәғлүмәттәре буйынса, ҡорбандар араһында кредит ойошмаларының береһендә эшләгән 36 йәшлек хеҙмәткәр ҙә бар. Уның коллегалары социаль селтәрҙә туғандарының ҡайғыһын уртаҡлаша. Ике ғаилә лә гимнастика буйынса ярышҡа китеп барған. Юл фажиғәһендә 30 йәшлек ир, уның 30 йәшлек ҡатыны һәм 9 йәшлек ҡыҙҙары һәләк булған.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, киске сәғәт етеләр тирәһендә Орскиға ингән ерҙә, Медногорскиға боролор алдынан, фура менән Nissan X TraiI бәрелешкән. Иҫән ҡалған 36 йәшлек ир һәм уның 9 йәшлек ҡыҙы дауаханаға оҙатылған: ҡыҙыҡайҙы вертолет менән өлкә дауаханаһына килтергәндәр, уның атаһы реанимацияла ята. Ике ғаиләлә лә берәр ул үҫеп килә. Фажиғә ваҡытында малайҙар машинала булмаған. Автоһәләкәт сәбәптәре асыҡлана.