Беҙҙең быуынға, беҙҙең әсәй-атайҙарға был ҡәһәрле һуғыш туранан-тура ҡағылды. Миллиондарса атайҙарыбыҙ яу яланында башын һалды, әммә беҙгә – саҡ донъяға яралған, үҫеп килгән малай-ҡыҙҙарға, әсәйҙәребеҙгә, яҡындарыбыҙға һынау бының менән генә тамамланманы – иҫ белгәндән бирле ауыр хеҙмәт күреп үҫтек, һәр кем ҡулдан килгән ҡәҙәр фашист тиҙерәк дөмөкһөн тип тырыштыҡ.
Килде Еңеү! Яҙ менән килде! Күңелдәр шатлыҡҡа сорналды һәм илде лә тергеҙергә кәрәк ине! Эйе, беҙҙең быуынға еңел булманы, әммә беҙ бирешмәнек һәм илде яңынан төҙөнөк, нығындыҡ! Рәхмәт һеҙгә батырлыҡтарығыҙ, баһалап бөткөһөҙ ауыр хеҙмәтегеҙ өсөн, хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хеҙмәт ветерандары!
Йәш быуын өсөн әйтер һүҙебеҙ шул: ошо тиклем ҡорбандар һәм ошо ҡәҙәр ауырлыҡтар менән яуланған азатлыҡтың, Еңеүҙең ҡәҙерен белегеҙ, хәҙер Рәсәй – һеҙҙең ҡулда! Һеҙ уны һаҡлағыҙ, яҡлағыҙ, үҫтерегеҙ!
Байрам менән, хөрмәтле Стәрлетамаҡ ҡалаһы халҡы!
Иң изге теләктәр менән Стәрлетамаҡ ҡалаһы ветерандар советы рәйесе Тәлғәт ҒӘБИТОВ.