Уның һүҙҙәренсә, 200 мең яугир орден-миҙалдар (шул иҫәптән Миңлеғәле Шайморатовтың легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 3860 яугире) менән бүләкләнгән, 299 кеше — Советтар Союзы Геройы, ә 47-һе Дан орденының тулы кавалеры исеменә лайыҡ булған.
«Республикала йәшәүселәр фронтта ғына түгел, тылда ла ҡаһарманлыҡ күрһәткән. Алты яҡташыбыҙ фиҙакәр хеҙмәте өсөн Социалистик Хеҙмәт Геройы исемен алған», — тип билдәләне эфир ҡунағы.
Башҡортостандан 710 мең кеше фронтҡа киткән, уларҙың 322 меңе әйләнеп ҡайтмаған.