Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май , 12:59

Өфөлә юл хужалығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары эш урынында ҡулға алынған

Өфөлә Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан юл хужалығы идаралығы етәксеһенең автомобиль юлдарын тәртиптә тотоу һәм файҙаланыу буйынса урынбаҫары Илшат Ишморатовты ҡулға алған. Ул айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа ғәйепләнә.

Өфөлә юл хужалығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары эш урынында ҡулға алынған
Өфөлә юл хужалығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары эш урынында ҡулға алынған

Башҡортостандың Тәфтиш комитеты мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылдан 2024 йылға тиклем ғәйепләнеүсе «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проектын ғәмәлгә ашырыу барышында төҙөлгән дәүләт контракттарын үтәгәндә подряд ойошмаһын булдырыусынан республикала төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдарының техник торошон инструменталь баһалау буйынса эштәрҙе башҡарыу өсөн 2,9 миллион һум аҡса алған.

Киров районы судында ғәйепләнеүсегә хөкөм сараһы билдәләнгән. Тикшереү ваҡытында ул өйөндә һаҡ аҫтында тотола.

 

https://bash.bashinform.ru/news/law/2024-05-14/f-l-yul-huzhaly-y-idaraly-y-et-kse-e-urynba-ary-esh-urynynda-ul-a-alyn-an-3765742

 

Автор:
Читайте нас: