Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Май , 12:32

РОБОТҺЫҘ ТОРМОШТО КҮҘ АЛДЫНА КИЛТЕРЕҮЕ ҠЫЙЫН

Робототехника – роботтар төҙөү һәм уларҙы тормоштоң бөтә тармаҡтарында ла ҡулланыу тураһындағы фән. Нисек кенә булмаһын, ошо фәнде үҫтермәй тороп, бөгөнгө көндә оборонала ла, сәнәғәттә лә, хатта сәнғәттә лә алға китеш аҙ. ӨФТУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы базаһында VIII “РобоПром-2024” республика асыҡ фестивале үтте. Унда Башҡортостандың төрлө ҡалаларынан һәм райондарынан килгән уҡыусылар, студенттар һәм педагогтар ҡатнашты. Был форум республикала нәҡ ошо фән үҫешенең бер күренеше булып сағылды ла инде.

РОБОТҺЫҘ ТОРМОШТО КҮҘ АЛДЫНА КИЛТЕРЕҮЕ ҠЫЙЫН
РОБОТҺЫҘ ТОРМОШТО КҮҘ АЛДЫНА КИЛТЕРЕҮЕ ҠЫЙЫН

Сараға йыйылыусыларҙы вуздың уҡыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Татьяна Гаврилина сәләмләне.

 – Робототехникаға һәм инновацияларға арналған бөгөнгө фестиваль – заманса технологиялар байрамы ғына түгел, киләсәккә күҙ һалыу мөмкинлеге лә булып тора. Бөгөн беҙ был сараға автоматика, ижад һәм алдынғы асыштар донъяһына сумырға йыйылдыҡ. Йәмғиәт үҫешендә төп роль уйнаған был фестиваль профессионалдар, студенттар, уҡыусылар һәм ҡыҙыҡһыныусан аҡылдар менән идеялар, тәжрибә һәм белем уртаҡлашыу майҙансығына әйләнде.

 Робототехника – ябай технологиялар һәм машиналар ғына түгел, ул хыялдарҙы ысынбарлыҡҡа әйләндереү, мөмкинлектәрҙең сиктәрен аша сығыу һәм әйләнә-тирәләге донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртеү сәнғәте, – тине ул залдағыларға өндәшеп. – Мин һеҙҙе аҡылығыҙҙы һәм йөрәгегеҙҙе яңы идеяларға, белемгә һәм яҡты тәьҫораттарға асырға саҡырам. Был фестиваль һеҙҙең өсөн ниндәй ҙә булһа яңылыҡты белеү мөмкинселеге генә булып ҡалмаһын, ә һеҙҙең шәхси ижадығыҙ һәм профессиональ үҫешегеҙ өсөн илһам сығанағы ла булһын!

Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығының иҡтисад һәм сәнәғәт буйынса беренсе урынбаҫары Артур Ғафаров та фестивалгә килгән балаларға сағыу тәьҫораттар, яңы белем алып ҡайтыуҙарын һәм артабан да уңыштар теләне:

– Стәрлетамаҡ йәнә бер тап-ҡыр республика робототехника үҙәгенә әйләнде. Бөгөнгө ваҡытта тормошобоҙҙо роботтан башҡа күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын, – тине Артур Рәзил улы. – Роботтар һәр ерҙә лә ҡулланыла һәм бөгөн Оборона министрлығы структураларында актуаль булып тора. Әле Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы залында, бәлки, беҙҙең башҡа һыймаҫлыҡ нәмә уйлап табырҙай буласаҡ бөйөк конструктор ултыралыр, тип ышанам. Һәммәгеҙгә лә уңыштар теләйем һәм иң-иңдәр, иң көслөләр еңһен, тигән теләктә ҡалам!

Быйыл фестивалдә ҡатнашыусылар түбәндәге йүнәлештәрҙә: “Агробот”, “Ҡара һыҙыҡ буйынса ярыштар”, “Лабиринт”, “Мини сумо”, “Мобиль роботтарҙы программалау” хакатоны, “XXI быуат лабораторияһы” техник проекттар конкурсында һынау тотто. Йомғаҡтар дүрт йәш төркөмө буйынса яһалды.

 Фестивалгә килгән балаларҙың янып торған күҙҙәренә бағып, уларҙан киләсәктә аҡыллы инженерҙар, конструкторҙар сығасағына шик булманы. Мәҫәлән, иғтибарҙы Хәйбулла районынан килгән Кәрим Әбделнасиров (һүрәттә һулдан беренсе) йәлеп итте. Ул Аҡъяр 3-сө күп профилле полилингваль мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы. Аҡъяр балалар ижады йортонда шөғөлләнә.

– Робототехника менән 6-сы класта Целинное ауылы мәктәбендә уҡығанда таныштым, 7-се кластан тәрәнтен шөғөлләнә башланым. Әлеге фестивалдә Ev3 роботын эшләнем. Ярыштарҙа һәр ваҡыт беренсе урындар алып киләм. Етәксем Ришат Хөсәйеновҡа рәхмәт, – тип тәҫьораттары менән уртаҡлашты Кәрим. Ришат Хөсәйенов Целинное ауылында мәктәп директоры, информатика фәненән уҡыта. Бына ун йыл инде ул балаларға робототехника серҙәрен өйрәтә. Үҙе билдәләүенсә, уның уҡыусылары һәр ваҡыт призлы урындар яулай. Республикалағы иң алдынғылар иҫәбендәге робототехниктар командаһында егермеләп бала шөғөлләнә. Улар Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Пермь, Йошкар-Ола ҡалаларында фестивалдәрҙә ҡатнашып, алдынғы урындар алып ҡайтҡан.

 – Робототехника – математика, физика, информатика фәндәренә бәйле ҡатмарлы шөғөл, – ти Ришат Рәшит улы. – Шуға ҡарамаҫтан, уҡыусылар ҙур теләк менән шөғөллләнә.

Әле ул Стәрлетамаҡҡа өс малайҙы алып килгәйне, өсөһө лә урындар алып ҡайтты: Әбделнасиров Кәрим “Мобиль роботтарҙы программалау” хакатонында, Яҡшыбаев Фидан “Минисумо”ла беренсе урын, ә Фидандың устыһы Айгиз “Ҡара һыҙыҡ буйынса ярыштар”ҙа 3-сө урын алдылар. Әйткәндәй, остаздары Ришат Хөсәйенов уҡытыусылар араһында “Ҡара һыҙыҡ буйынса ярыштар”ҙа 1-се урын алды. Ул шулай уҡ ярыштарҙың судъяһы булды.

Бөрйәндәр ҙә Хәйбулла уҡыусыларынан ҡалышмай икән. “Бер-беребеҙгә ярҙам итеп, дәртләндереп торабыҙ”, – ти остаздары.

Бөгөн бындай саралар оборонаны нығытыу, Рәсәй технологияларын үҫтереү йәһәтенән көнүҙәк булып тора Һәм йышыраҡ үткәрелергә тейеш.

Насиров Рауил (һүрәттә) Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй – 87-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе.

– Улым уҡытыусылары Фәнилә Яҡупова һәм Гөлназ Ғәлимованың һиҙгер, аҡыллы етәкселеге аҫтында өсөнсө йыл шөғөлләнә. Улар техникаға һөйөү тәрбиәләй, төрлө конструкцияларҙы моделләштерергә һәм йыйырға өйрәтәләр. Ошо түңәрәккә йөрөү арҡаһында баланың моторикаһы үҫешә, логикаһы һәм ғәҙәти булмаған фекерләү ҡеүәһе үҫешә. Ҙур рәхмәт уларға, – тине Рауилдың әсәһе Зилә ханым. – Рауил улым түңәрәккә ҙур теләк менән йөрөй, ошондай кимәлдәге сарала ҡатнашыу мөмкинлеге бирелгәс, шатланып риза булды.

Роза САФИНА. Фотолар шәхси архивтарҙан алынды.

Робототехникаға бәйле йүнәлештәр

 Агробот – ул полигон буйлап роботтың хәрәкәт итеү аныҡлығы буйынса ярыш. Полигондың тышҡы күренеше йәш робототехниктарҙың күбеһенә таныш, ул Робот-Һыҙымсыныҡы һымаҡ уҡ. Тик Агробот, һыҙаттар төшөрөү урынына Lego кубиктарын контроль нөктәләргә урынлаштырырға тейеш.

Ҡара һыҙыҡ буйынса ярыштар һәр фестивалдең иң популяр йүнәлештәренең береһе булып тора.

 Роботты йыйыу өсөн кәрәк нәмәләр:

 atmega йәки stm32-гә теләһә ҡайһы микроконтроллер; редуктор менән ике мини мотор; ҙур булмаған, әммә ҡеүәтле аккумулятор батареяһы; QTRSensor линияһы датчигы; 3D принтерында еңел генә баҫтырып сығарырлыҡ робот корпусы. Шулай уҡ көсөргәнеш үҙгәртеүселәрен дә оноторға ярамай: тоҡандырыу төймәһе, эш күрһәткестәре, ҡаршылыҡ датчигы.

МиниСумо өсөн роботты хатта яңы башлаусы робототехник та эшләй ала икән. Таныш булмаған кешеләр өсөн был сумосылар өсөн иң еңел ауырлыҡтағы алыштар булып, ә робототехниктар өсөн роботтар араһындағы иң тамашалы ярыштар булып күренергә мөмкин. Судья командаһы буйынса операторҙар роботтарҙы әүҙемләштерә, әммә алыш шунда уҡ башланмай. Роботтар паузаға 5 секунд сыҙап торорға тейеш. Пауза операторҙар рингтан алыҫлашһын өсөн кәрәк, улай итмәгән хәлдә роботтарҙың алыҫлыҡ үлсәгестәре ялған эшләп китеүе бар, ә был ғәҙел һәм компромисһыҙ көрәшкә ҡамасаулай. Ә унан һуң иң ҡыҙығы башлана. Рингта роботтар, ҡаршылашыусыны табырға тырышып, маневр яһай. Шунан һуң робот ярһыу һөжүмгә күсә, “дошман”ды ринг сиктәренән ҡыуып сығарырға тырыша. Һөжүмгә дусар булған робот та бирешмәй, һөжүм һыҙығынан ҡасырға, ҡаршылашыусыны урап үтергә тырыша. Ярышта ике алышта еңеүсе робот еңеү яулай.

“Мобиль роботтарҙы программалау” хакатоны

 Был дисциплина айырыуса ҡыҙыҡһыныу уята. Теләһә ҡайһы һынауҙарға ла әҙер булған роботты йыйыу.

“XXI быуат лабораторияһы” техник проекттар конкурсы. Ул уҡыусылар өсөн – йәш конструкторҙар һәм уйлап табыусылар, буласаҡ инженерҙар, программистар һәм техниктар өсөн. Балалар үҙ проектын конкурс йүнәлештәренең береһендә күрһәтә ала.

Электроника һәм электротехника (программалаштырыла торған ҡоролмалар ҡулланмайынса төрлө тәғәйенләнештәге электрон ҡоролмалар конструкциялары).

 Автомат идара итеүсе робот системалары (программалаштырыла торған ҡоролмалар ҡулланып төрлө тәғәйенләнештәге ҡорамалдарҙың эш макеттары һәм конструкциялар)

 Материалдарҙы конструкциялау һәм эшкәртеү өлкәһендәге проект (төрлө материалдарҙы төрлө технологиялар ҡулланып теләһә ниндәй техникала ҡулланылған проекттар).

3D моделләштереү (3D моделле йыһан техникаһы конкурсы Ю.А. Гагариндың 90 йыллығына арнала, моделдәр теләһә ниндәй программала башҡарылырға мөмкин).

 “Рәсәйҙең еңеү символдары” конкурсы (Ватан хәрби техникаһы һәм һәр төрлө башҡарыу техникаһында ҡоралланыу макеттарын моделләштереү һәм төҙөү шул иҫәптән компьютер программаларында 3D моделләштереү).

РОБОТҺЫҘ ТОРМОШТО КҮҘ АЛДЫНА КИЛТЕРЕҮЕ ҠЫЙЫН
РОБОТҺЫҘ ТОРМОШТО КҮҘ АЛДЫНА КИЛТЕРЕҮЕ ҠЫЙЫН
РОБОТҺЫҘ ТОРМОШТО КҮҘ АЛДЫНА КИЛТЕРЕҮЕ ҠЫЙЫН
РОБОТҺЫҘ ТОРМОШТО КҮҘ АЛДЫНА КИЛТЕРЕҮЕ ҠЫЙЫН
РОБОТҺЫҘ ТОРМОШТО КҮҘ АЛДЫНА КИЛТЕРЕҮЕ ҠЫЙЫН
РОБОТҺЫҘ ТОРМОШТО КҮҘ АЛДЫНА КИЛТЕРЕҮЕ ҠЫЙЫН
РОБОТҺЫҘ ТОРМОШТО КҮҘ АЛДЫНА КИЛТЕРЕҮЕ ҠЫЙЫН
РОБОТҺЫҘ ТОРМОШТО КҮҘ АЛДЫНА КИЛТЕРЕҮЕ ҠЫЙЫН
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: