Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
29 Май 2024, 06:00

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ниндәй льготалар ҡаралған

Билдәле булыуынса, республика үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай. Бында һүҙ махсус хәрби операция геройҙары хаҡында ғына түгел, уларҙың ғаиләләре тураһында ла бара. Яугирҙәрҙең туғандары ниндәй ярҙамға иҫәп тота ала? Иң популяр ярҙам саралары хаҡында һөйләйбеҙ.

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ниндәй льготалар ҡаралғанБашҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ниндәй льготалар ҡаралған
Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ниндәй льготалар ҡаралған

Балаларға ярҙам

Атайҙар хәрби бурысын үтәгән мәлдә уларҙың балаларына рес- публика ярҙам итә. Льготаларҙың иң ҙур исемлеге тап балаларға тәғәйенләнгән. Мәҫәлән, өс йәшкәсә сабыйҙарға бушлай «Һөт кухняһы»нан аҙыҡ-түлек бирелә, йөклө һәм имеҙеүсе ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ошо уҡ хоҡуҡ менән файҙалана. Аҙыҡ-түлекте «Һөт кухняһы»ның яҡындағы таратыу пунктында алырға мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәтте milkrb.ru рәсми сайтын- да таба алаһығыҙ. Баланы йәш ярымдан мәктәпкәсә учреждениеға урынлаштырыуҙа бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡтар юҡ: махсус хәрби операцияла ҡат- нашыусыларҙың балалары өсөн урындар сиратһыҙ бирелә, һәм улар балалар баҡсаһына түләүһеҙ йөрөй.

Быйылдан тағы бер ҡағиҙә ғәмәлдә: МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре баланы яҡындағы балалар баҡсаһына күсерә ала.

Уҡыусыларға – төшкө аш һәм оҙайтылған көн төркөмө

Мәктәп уҡыусылары һәм кол- ледждарҙың көндөҙгө бүлек студенттары бушлай йылы аш менән тәьмин ителә. Шулай уҡ улар ҡала һәм ҡала яны автобустарында түләүһеҙ йөрөй ала, айына 60 льготалы юл йөрөү мөмкинлеге ҡаралған. Ата-әсә балаһын уңайлы мәктәпкә күсереү хоҡуғына эйә. Колледж студенттарына аҡсалата компенсация ҡаралған. Уның күләме бер семестрға – 30 мең һум йәки уҡыу йылына 60 мең һум тәшкил итә. 2022/2023 уҡыу йылы өсөн компенсацияға ғаризаны 2024 йылдың 1 июненә тиклем бирергә кәрәк.

Дәүләт йәштәрҙең ялын ойошто- роу тураһында ла хәстәрлек күрә. Уҡыусыларға бушлай оҙайтылған көн төркөмө ойошторола, әгәр ундай мөмкинлек булмаһа, мәктәптәр махсус төркөмдәр булдыра ала. Шулай уҡ балалар дәүләт ҡа- рамағындағы түңәрәктәргә һәм секцияларға бушлай йөрөй, уларға йәйге лагерға түләүһеҙ юлламалар бирелә.

Көнкүреш мәсьәләләрендә ярҙам итәләр

Махсус хәрби операцияла ҡатна­шыу­сының ғаиләһендә килеп тыуған көнкүрешкә ҡағылышлы һәр мәсьәлә тиҙ арала хәл ителергә тейеш. Был – республика Башлығы Радий Хәбировтың талабы һәм уны барлыҡ ҡала-район етәкселәре үтәргә тейеш. Әгәр һорау менән кемгә мөрәжәғәт итергә белмәһәгеҙ, 8 (800) 201-89-03 телефоны буйынса Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына шылтырата алаһығыҙ. Штаб көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй. Ирекмәндәр йорт, хужалыҡ эштәрендә ярҙам итә, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар килтерә, утын яра. Әйткәндәй, хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре утын һатып алғанда, хаҡтың 10 процентын ғына түләй, ташламаны урындағы урман хужалығы яһай. Хәрби хеҙмәткәрҙең ғаиләһе көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу буйынса урындағы төбәк операторына мөрәжәғәт итеп, сүп-сар сығарған өсөн түләүҙән азат ителә ала.

Ауыл ерендә йәшәгән ғаиләләргә тағы бер мөһим ташлама – йортҡа газ үткәреүгә 100 мең һумлыҡ сертификат ҡаралған. Уны алыу өсөн Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенә йәки Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Шулай уҡ хәрби операцияла ҡатнашыу­сыларҙың ғаиләләре өйҙә бушлай социаль хеҙмәттәр алыу, ә ололар һәм инвалидтар сиратһыҙ йорт-интернаттарға урынлашыу хо- ҡуғына эйә. Был мәсьәлә буйынса 8-800-775-00-14 ҡыҙыу линияһы эшләй.

Һорауҙар ҡалһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Был мәҡәләлә бөтә льготаларҙы ла һанаманыҡ, сөнки бөгөн Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 30-ҙан ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә. Һорауҙарығыҙ булһа, 122 (өҫтәмә һан – 1), +7 (347) 218-19-19 (көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем) телефондары буйынса ситуация үҙәгенә шылтыратығыҙ йәки Республикаға идара итеү үҙәгенең телеграмдағы чат-ботына яҙығыҙ.

Льготалар менән файҙаланыу өсөн хәрби мобилизация буйынса саҡырылған йәки хәрби контракт төҙөгән граждандың белешмәһе кәрәк. Уны йәшәгән урын буйынса хәрби комиссариатта алырға мөмкин.

Контракт өсөн 400 мең һум

Башҡортостанда Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән өсөн түләүҙе ике тапҡырҙан ашыуға арттырҙылар. Хәрби хеҙмәткәр бер тапҡыр 400 мең һум (төбәктән һәм Оборона министрлығынан) аҡса ала, быға өҫтәп райондан өҫтәмә аҡса түләнә. Һуңынан уға ай һайын 210 мең һумдан башланған хеҙмәт хаҡы тәғәйенләнә.

Яҡташтарыбыҙ менән иңгә-иң терәшеп дошманға ҡаршы контракт буйынса хәрби хеҙмәт итергә теләүселәр Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссариатына 8 (917) 462 89-17; 8 (3473) 20-61-51 һандары буйынса шылтыратып тулыраҡ мәғлүмәт туплай ала. Адресы: Хоҙайбирҙин урамы, 118-се йорт, 19-сы бүлмә. t.me/bashbat02/2236 чат-ботында ла ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап табырға мөмкин.

Махсус хәрби операция биләмәһендә контракт хеҙмәте, хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам сарала- ры тураһында һорауҙарға башбат.рф сайтында, телеграммдағы чат-бот-тарҙа бөтә яуаптар бар: t.me/contractRBBot

Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе sokolov.e@rbsmi.ru адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

Автор:
Читайте нас