Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
29 Май 2024, 10:14

Гидроциклда йөрөгән ир йылға аша һуҙылған арҡанға эләгеп һәләк булған

28 майҙа Өфө районында Дим йылғаһында юғары тиҙлектә гидроциклда йөрөгән ир тимер арҡанға эләгеп, һәләк булған. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Гидроциклда йөрөгән ир йылға аша һуҙылған арҡанға эләгеп һәләк булғанГидроциклда йөрөгән ир йылға аша һуҙылған арҡанға эләгеп һәләк булған
Гидроциклда йөрөгән ир йылға аша һуҙылған арҡанға эләгеп һәләк булған

«Кисә кис көнө Йоматауҙа өс ир-егет Дим йылғаһында гидроциклда йөрөп килергә булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ял итеү фажиғә менән тамамланған. Алдан барған 55 йәшлек ир йылға аша һуҙылған тросты күрмәгән һәм эләгеп ҡалған. Ул шунда уҡ йән биргән», – тип белдерҙеләр ведомствола.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары ирҙе һыуҙан сығарған. Оператив-тикшереү эштәре алып барыла. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

 

https://bash.bashinform.ru/news/law/2024-05-29/bash-ortostanda-gidrotsiklda-y-r-g-n-ir-yyl-a-asha-u-yl-an-ar-an-a-el-gep-l-k-bul-an-3790065

 

Автор:
Читайте нас