Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
9 Июнь 2024, 07:58

“БЫЛ ДОНЪЯЛА БӨТӘҺЕ ЛӘ БАР БИТ, ӘЙТСЕ ӘЛЕ, ТАҒЫ НИ КӘРӘК?..”

Илмир Ҡотлогилдин – Күгәрсен районы Бикес ауылы егете. Теләүембәт урта мәктәбен тамамлаған. Бөгөн – Өфө фән һәм технологиялар университеты Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультетының 3-сө курс студенты. “Ашҡаҙар”әҙәби-ижад түңәрәге ағзаһы. Бала саҡтан башҡорт һәм рус телдәрендә яҙыша. Поэзия һәм проза жанрҙарында эҙләнә. Шиғырҙары “Шоңҡар” журналында баҫылды. Илмир “Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла…” ижади конкурсы, “Ашҡаҙар” гәзитенең МХО-лаһәләк булған яугир-шағир Валентин Волочаев иҫтәлегенә үткәрелгән «Беҙ бергә» асыҡ ҡала шиғыр конкурсы еңеүсеһе булды. Һеҙҙең иғтибарығыҙға уның бер шәлкем шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ. Рита Фәтҡуллина, «Ашҡаҙар» әҙәби түңәрәге етәксеһе.

“БЫЛ ДОНЪЯЛА БӨТӘҺЕ ЛӘ БАР БИТ, ӘЙТСЕ ӘЛЕ, ТАҒЫ НИ КӘРӘК?..”“БЫЛ ДОНЪЯЛА БӨТӘҺЕ ЛӘ БАР БИТ, ӘЙТСЕ ӘЛЕ, ТАҒЫ НИ КӘРӘК?..”
“БЫЛ ДОНЪЯЛА БӨТӘҺЕ ЛӘ БАР БИТ, ӘЙТСЕ ӘЛЕ, ТАҒЫ НИ КӘРӘК?..”

Атай менән әсәйгә


Яҡты юлға гел атланым һеҙҙең менән,
Ҡараңғынан ҡурҡҡан саҡта атай әйтте:
“Улым, мин эргәңдә, ҡурҡма бер
нәмәнән!”
Йомшаҡ ҡулдар, әсәйҙеке, күҙ йәштәрен
һөрттө.
Иң яҡшы ул түгелмендер, беләһегеҙ,
Булды инде тормошомда төрлө саҡтар.
Атай, һин мине ысын ир булырға
өйрәттең,
Әсәй, иң йылыһы – һинең ҡосаҡтыр.
Уҡытыусы, яҡын дуҫ та бит һеҙ минең,
Мәңге булһағыҙ икән янымда.
Түләп бөтөп булмаҫ һеҙгә бурысты,
Етмәҫ бының өсөн хатта быуат та.
Был донъяла башҡа кеше юҡтыр,
Бер дәғүәһеҙ мине яратҡан.
Рәхмәтлемен һеҙгә ғүмер буйы,
Мин дә һеҙҙе ныҡ-ныҡ яратам.


***
“Гөлдән матур булып булмай”, тиҙәр,
Бәхәсләшә йөрәк, һин – алда.
Гүзәллегең күҙҙең яуын ала,
Тылсым бит донъяла бер була.
Гөлдөң матурлығы, ҡояш йылмайыуы,
Тылсым бит ул – тормошомдаһинбулыуы.


Һалдат йыры
Ҡояш нурындай сәстәр йөрәкте йылыта,
Бармаҡтарым уларҙы һыйпаған һайын.
Окопта ултырып инде нисәнсе таң ата?
Нисек һинең яныңа мин ҡайтайым?
Күкрәк кеҫәһендә, йөрәк эргәһендә
Һинең фото. Бер яҡтылыҡ был ерҙә.
Бирмәҫмен уны мин бер кемгә лә,
Ҡайтһам, төшөрбөҙ беҙ икәү бергә.
Һағындыра. Күрһәм ине, төштә булһа ла.
Йоҡлап китеү ҙә бит ауыр, ҡосаҡта АКМ.
Ярҙам итә ауыр саҡта мөхәббәтем,
Йөрәгемә булыр дарыу һиңә ҡайтыуым.
Һин дә минең кеүек һағынаһыңмы?
Киләсәккә өмөтлөмө уйҙарым?
Мин ышанам. Иламаҫһыңдыр!
Ҡайтармаһа мине яу ҡыры.
Мин алыҫта
Һин һуғышты күрмәйһең,
Күрмәһендәр ине уны әсәйем һәм
атайым.
Йәшлек үтә тиеп ҡайғырырға түгел,
Ҡайтырмын һинең эргәңә, тик ҡайтайым!


***
Йондоҙҙарға, үргә ынтылғанда,
Юлдар ярып тик алға барғанда,
Туҡталырмын бер осраҡта ғына,
“Ҡал”, – тиеп мине һораһаң.
Күпме яра алдым, хаталандым,
Ләкин һаман алға ынтылам.
Туҡталырға тик бер хоҡуғым бар,
“Ҡал”, – тиеп мине һораһаң.
Ауыр. Эйе, шулай булла инде,
Яҙмыш һынауҙарын тыуҙыра.
Бирешергә уға тик бер хоҡуғым бар,
“Ҡал”, – тиеп мине һораһаң.
Тормош арыттыра ҡалһа бер саҡ,
Хәлем бөтөүе лә ихтимал.
Мин ҡабаттан аяғыма баҫырмын,
һин
“Ҡал”, – тиеп мине һораһаң,
Ҡалырмын. Ташламаҫмын һине.
Ишетер кәрәк миңә тик бер һүҙ.
Кәрәк түгел миңә уның тәрәнлеге,
“Ҡал”, – тиеп кенә мине һора әле.


***
Яндырылған ҡағыҙ араһында
Ҡулдарыма ҡара тап төштө.
Һындырылған ҡошсоҡ ҡанатындай,
Өмөтөм дә шулай өҙөлдө.
Әйтер инем шулай бер йыл элек,
Йәтеш кенә ташлап ижадты.
Етмәҫ ине һеҙгә ошо юлдар,
Үтә алмаһам ошо һынауҙы.
Мөхәббәт хаҡында кем яҙыр?
Шиғыр аша өмөт уятыр?
Тыуған илде, туған телде һаҡлап,
Артабан да уны данлатыр?
Илһамымды бер саҡ юғалтһам,
Тала ҡалһа бер саҡ ҡулдарым,
Һынауҙарға түҙмәй ҡурҡып ҡалһам,
Өндәш тыныс ҡына: “Ҡояшым”.
Яҙырмын шул саҡ мин артабан,
Үҙ-үҙемде алып ҡулдарға.
Өҙә алмаҫтар башҡа өмөтөмдө,
Бирешмәҫмен башҡа һынауға.
Тала ҡалһа бер саҡ ҡулдарым,
Өндәш тыныс ҡына: “Ҡояшым”...


Ул
Был донъяла бөтәһелә бар бит,
Әйтсе әле,тағы ңи кәрәк?
Уйға сумам, күҙҙәр йомола,
Тып-тын, ишетелә тик йөрәк.
Әйтәсәкмен оҙаҡ уйлап тормай,
Тик ул кәрәк, уның ҡулдары.
Унһыҙ бит йәнемдә йәм булмай,
Булһа ла миндә бөтә донъя байлығы.
Кәрәкмәй миңә Ай ҙа, Ҡояш та
Тик ул ғына булһын янымда.
Байлығы булмаһа – булмаҫ та,
Икәү бергә булһаҡ –
бәхетлерәк кеше булмаҫ донъяла.
Ләкин эргәмдә һаман тынлыҡ,
Ишетелә тик йөрәк тибеше.
Ялҡыттырҙы инде был бушлыҡ,
Көтәм тик уның килеүен.
Шағир егет, рәссам бер ҡыҙ
Айлы төндә, моңһоу күҙҙәр,
Айлы төндә, ауыр һүҙҙәр.
Йөрәк ярһый, ул үлмәгән,
Өҫтәлемдә ята һүрәт.
Шағир егет, рәссам бер ҡыҙ,
Ҡауыштырҙы – ҡәләм, ҡағыҙ.
Юлдаш улар менән ырыҫ,
Матур һүрәт, яҡшы шиғыр.
Улар яҡын ине бер-беренә,
Юлды эҙләнеләр бәхеткә.
Улар икәү бергә диңгеҙ кисте,
Улар икәү бергә тауҙар үтте.
Ләкин һүнә бөтә уттар,
Янһа ине лә оҙағыраҡ.
Бөтә нәмә – бөтә, үтә торған,
Мәңге булмай шул йәшел урман.
Шағир егет, рәссам бер ҡыҙ,
Улар илай, эшләй ҡәләм, түҙә ҡағыҙ.
Улар бергә түгел хәҙер,
Һуңғы һүрәт, һуңғы шиғыр.
Айлы төндә, моңһоу күҙҙәр,
Айлы төндә ауыр һүҙҙәр.
Йөрәк ярһый, ул үлмәгән,
Минең ҡулда һуңғы һүрәт,
Уның ҡулдарында – шиғыр,
Шағир егет, рәссам бер ҡыҙ.

Автор:
Читайте нас