Ашҡаҙар
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Июнь , 15:55

“АҒАЙЫМДЫҢ ИҪТӘЛЕГЕ, ҠЫҘҘАРЫМДЫҢ КИЛӘСӘГЕ ӨСӨН...” Танк батальонының бер биҙәге ул “Янтарь”

...Уны бында осратыуым көтөлмәгән хәл түгел ине, әлбиттә. Сөнки әле Стәрлетамаҡта “СВОи” Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитеты ағазаһы булып торған сағында аралашҡанда уҡ ул фронтҡа ынтылыуы хаҡында бер нисә ҡат белдерҙе. Ә бына танкистар араһына килеп эләгеүе ҡыҙыҡ булып тойолдо, сөнки беҙ танк тигәндә, тәү сиратта, хәрби машинала дошманға ут яуҙырыусы экипажды килтерәбеҙ бит күҙ алдына. Тик “Башҡортостан” полкының танк батальонында хәрби заданиены үтәүҙә төрлө йүнәлештә эш алып барырға кәрәк. Кемдер танк менән идара итә, кемдер өҫтә осҡан дошман “дрондарын” бәреп төшөрә, кемдер яралыларҙы ташый, ә “Янтарь” иһә – задание үтәлешендә документтар өсөн яуаплы һалдат, шулай хәрби заданиеларға ла йыш сыға.

“АҒАЙЫМДЫҢ ИҪТӘЛЕГЕ, ҠЫҘҘАРЫМДЫҢ КИЛӘСӘГЕ ӨСӨН...” Танк батальонының бер биҙәге ул “Янтарь”
“АҒАЙЫМДЫҢ ИҪТӘЛЕГЕ, ҠЫҘҘАРЫМДЫҢ КИЛӘСӘГЕ ӨСӨН...” Танк батальонының бер биҙәге ул “Янтарь”

2022 йыл. Март айы... Махсус хәрби операция зонаһында ҡаты яуҙар бара. Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларын азат итеү буйынса алыштарҙың береһендә Стәрлетамаҡ егете, зенит-ракета көстәрендә хеҙмәт итеүсе өлкән прапорщик Денис Павленко һәләк булып ҡала. Әле яугирҙәребеҙҙе һуңғы юлға оҙата башлаған ауыр ваҡыттар башланып ҡына торған саҡ. Шуғалырмы, Денис Юрьевичтың вафатын ҡала халҡы бигерәк ауыр кисерҙе, уйланыуҙар, юҡһыныуҙар, әммә был үлем кешеләрҙе шомға ла һалманы, махсус хәрби операция маҡсатына ла шик уятманы. Киреһенсә, күптәр ошо айҙарҙа хәрби контракт төҙөргә ашыҡты. Иленең киләсәген уйлап, ошондай аҫыл егеттәр өсөн үс алырға тип! Һәм... ундай ҡыйыуҙар араһында ир-егеттәр генә түгел ине, нәҡ ошо ваҡиғанан һуң “Янтарь”ҙың да күңелендә махсус хәрби операцияға юлланырға тигән уй тыуа. Сөнки был ваҡиға уға шәхсән тәьҫир итте: Денис Павленко – уның бер туған ағаһы.

Ныҡлы ҡарарға килһә лә “Янтарь” шунда уҡ фронтҡа китмәне, сөнки өйҙә ике ҡыҙы, әсәһе бар. Бер йыл әҙерләнеп, яҡындарын да әҙерләп, уларҙың фатихаһын алғас ҡына юлланды ул МХО-ға.

Әле махсус хәрби операцияла һәләк булыусыларҙың яҡындарын берләштергән телгә алып киткән комитетта әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып барған мәлендә “Янтарь” менән йыш ҡына аралашырға тура килде. Шунда уҡ һәр кемгә ярҙам итергә, белгән кәңәштәрен еткерергә әҙер ҡыйыу ҡатын булып иҫтә ҡалды ул. Тик бына ҡарашы ғына алыҫҡа төбәлгәндәй ине уның һәр саҡ: был ҡарашта һағыш та, нәфрәт тә, дошмандан үс алыу теләге лә сағылды буғай. Әле, фронт һыҙығында күргәндә иһә был ҡыйыулыҡ та, етдилек тә әллә нисәмә ҡат артып киткән ине, ҡараш ҡына инде яҡынға төбәлгән...

– Ағайым һәләк булып ҡалғас, байтаҡ ваҡыт үҙемә урын тапмай йөрөнөм, шул ваҡытта бында килеп дошмандан үс алғас ҡына тынысланырымды аңлай инем. Теләгем ҡабул булды – фронтҡа килгәндән бирле батальоныбыҙ алға бара, дошманды утҡа тота. Үс кенә килтермәне мине, ике ҡыҙым тыныс, дөрөҫ тәрбиә биргән илдә йәшәһен тип тә килдем, – тип һөйләп алды “Янтарь” күрешкән мәлдә. Шул уҡ ваҡытта, ябай тормошта сибәр, мөләйем, хатта нескә күңелле булып тойолған был ҡатындың фронтта ни тиклем үҙгәргәненә лә инанылды – әле генә ихласлап һөйләшеп торған “Янтарь” задание алыу менән бер секунд эсендә етдиләнеп, үҙ бурысына тотоноп та китте... Тимәк, теләге ныҡ, ысын булған уның!..

Ҡатын-ҡыҙ тигәндән, яугирҙең бер фекере күңелдә һеңеп ҡалды, “гүзәл затты һуғыш яланы биҙәмәй бит”, – тип сәменә тейгәс:

– Һуғышта ирҙәр ҙә ҡатындар ҙа юҡ, тик һалдаттар ғына бар! – тип мәғәнәле ҡырт киҫте “Янтарь”. Был иһә ауыр һуғыш ғазаптарын иңендә татып өлгөргән тәжрибәле һалдат яуабы ине. “Әлбиттә, йүләр генә ҡурҡмай, әммә нәҡ ошо мәлдә һин үҙеңде еңергә тейешһең – бөтә һуғыш көсө ошонда, – тигән фекере лә быны йәнә иҫбатланы.

Әле инструктор булһа, быға тиклем яҡташыбыҙ санитар сүрәтендә яу яланынан яралыларҙы алып сығыуҙа ҡатнашҡан. Әйткәндәй, яралыларҙы ҡотҡарғаны өсөн ул Рәсәй геройы М. Шайморатов миҙалы менән бүләкләнгән. Награданы быйыл Еңеү байрамында Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырған. “Янтарь”ға ошо парадта баш ҡала урамы буйлап атларға ла насип була әле.

Ағайың өсөн тулыһынса үс алып, ҡыҙҙарың, яҡындарың хаҡына Еңеү менән әйләнеп ҡайтырға яҙһын һиңә, “Янтарь”!


Стәрлетамаҡ-махсус хәрби операция
зонаһы-Стәрлетамаҡ.

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: