Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Июнь , 15:50

Һалдаттарға посылкалар барып етәме?!

...Рәт-рәт булып теҙелеп киткән кәштәләр. Кәштәләрҙә махсус хәрби операция зонаһына Башҡортостандан контракт һәм мобилизациялау нигеҙендә килгән яугирҙәргә тәғәйен посылкалар урынлаштырылған. Ошо төргәктәргә, ҡаптарға бағып, күңелгә төрлө уйҙар килә: күпме күңел йылыһы, өмөттәр, ҡайнар һөйөү һәм һағыныу хистәре лә һалып төрөлгән уларға кәрәк яраҡ, тәм-том менән. Үҙенә тәғәйен посылканы һәр хәрби яҡташыбыҙ үҙ ҡулдарына (ала) алһын, тигән теләк тә бөрөләнә ошо ваҡытта.

Һалдаттарға посылкалар барып етәме?!
Һалдаттарға посылкалар барып етәме?!

Беҙ, бер төркөм журналистар, ябайлаштырып әйткәндә, яҡташ яугирҙәргә посылкалар туплау һәм таратыу үҙәгендә. Танышҡандан һуң, системаға һалынған бурыс тураһында үҙен атамауҙы үтенгән хәрби яҡташыбыҙ һөйләй:

-- Үҙәктә Башҡортостандан килгән гуманитар ярҙам тупланған. Беҙ йөктө ҡабул итеп алабыҙ һәм тәғәйен хужаһына таратабыҙ, - ти ул.

Егеттәргә бында эш етерлек, беләбеҙ, Башҡортостан халҡы, республика етәкселеге яугирҙәрен иғтибарҙан төшөрмәй - үҙәккә гуманитар ярҙам килеп тора-килеп тора.

-- Подразделение менән бәйләнешкә сығабыҙ һәм ҡайһы берҙә посылканы хужалары машинаны бушатҡанда уҡ ала. Кемдер алышта булып ҡала, шуға өйҙән килгән күстәнәскә бер аҙ көтөргә тура килә, - тип дауам итә һүҙен яҡташыбыҙ. - Шул уҡ ваҡытта ҡайһы саҡ, яугир яраланып, гуманитар йөк тейеш ҡулға барып еткәнсе ай үтеп китеүе ихтимал, - ошо урында әңгәмәсебеҙ көрһөнөп ҡуйа. - Иң ауыры посылканы ебәреүсенең ҡапта яҙылған телефон һандарын йыйып, артабан күстәнәс яҙмышын хәл итеү, сөнки посылка килгән арала яу яланында төрлө хәлдәр булыуы ихтимал... Һуғыш бит, яугир көтөп ала алмауы ла бар...

Аралашҡан мәлдә етди проблемалар хаҡында ла әйтелде. Район-ҡала башлыҡтары йыш ҡына гуманитар йөктө үҙҙәре оҙата килә һәм һәр яҡташына тиерлек посылканы үҙ ҡулдары менән тапшырырға теләй, мәҫәлән.

Әлбиттә, был мөһим мәл, сөнки ошондай осрашыуҙарҙа хәстәрлек сағыла, һалдат тыуған ерендә уға терәк барлығын тоя, артабан был үҙ сиратында хәрби бурыс атҡарыуға рухи көс, сәм өҫтәй. Шул уҡ ваҡытта тәғәйен посылканы яугирҙың ҡулына тапшырып булмай, сөнки ул был мәлдә, әйтәйек, хәрби заданиела булып ҡала. Ошондай саҡта әңгәмәсебеҙ гуманитар йөктө яҡташҡа кемдер, башҡа подразделение аша түгел, ә әлеге үҙәк аша тапшырырға кәрәклеген белдерә. Сөнки бында яугир менән мотлаҡ бәйләнеш буласаҡ. Башҡа ысул нигеҙендә тапшырған осраҡта тотҡарлыҡ та, башҡа төр проблема ла килеп сығыуы бар. Ә инде үҙәк аша тапшырылған саҡта "Һалдаттарға посылка барып етәме?" - тигән мәсьәлә үҙенән үҙе юҡҡа сыға...

Тағы бер үтенесе булды яҡташыбыҙҙың: ҡаптарға тулыраҡ мәғлүмәт (һалдаттың тулы исеме, позывнойы, подразделение, ебәреүсеһенең шулай уҡ телефоны) яҙырға кәрәк. Посылка, әлбиттә, кемгәлер шәхсән рәүештә теркәлгән осраҡ тураһында һүҙ бара.

... Ҡайһы берҙә үҙәк гуманитар йөк менән тулып китә икән - был, әлбиттә, посылкалар хужаһына китмәй ята тигән мәсьәлә түгел, ә республика етәксеһе Радий Хәбиров, уның командаһы, Башҡортостан халҡы егеттәребеҙ менән һәр саҡ бергә, берҙәм тигән һүҙ! Ошондай иғтибар һәм берҙәмлек булғанда, Еңеү ҙә көттөрмәҫ!

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: