Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Июнь , 11:40

“АШҠАҘАР”ҘЫҢ ИҢ ТАНҺЫҠ МӘЛЕ ИНЕ БЫЛ...

...Махсус хәрби операция зонаһына яугирҙәребеҙҙең батырлыҡтарын, көнкүрештәрен яҡтыртырға юлланғанда үҙебеҙ менән нимәләр алырға тип оҙаҡ ҡына баш ваттыҡ, фронтта барыһы ла кәрәк. Дүрт кеше барабыҙ, еңел автомобилгә мөмкин тиклем күберәк күстәнәстәр һыйҙырырға тырыштыҡ.

“АШҠАҘАР”ҘЫҢ  ИҢ ТАНҺЫҠ МӘЛЕ ИНЕ БЫЛ...
“АШҠАҘАР”ҘЫҢ ИҢ ТАНҺЫҠ МӘЛЕ ИНЕ БЫЛ...

“Ватан” хәрби-патриотик ойошмаһынан маскировка селтәрҙәре, умартасы Редик Мөхәмәтшиндан бал, үҙебеҙҙән дарыу һәм егеттәргә уҡырға тип “Ашҡаҙар”, “Стерлитамакский рабочий”, “Сельские нивы”, “Ауыл тормошо” гәзиттәрен дә һалып алдыҡ. Яугирҙәр араһында дарыуҙар “һә” тигәнсе таралды. Яҡташтарҙың бал менән тәмләп сәй эсеүе үҙе бер айырым мәғәнәгә эйә күренеш ине. “Тыуған яҡ тәме” тип көлөшә-көлөшә ауыҙ иттеләр улар күстәнәсте.

...Башҡортостандан гуманитар ярҙам йыш оҙатыла, беҙ алып барған әйберҙәр барыһы ла бар. Бигерәк тә күпләп маскировкалау селтәрҙәре үрелә. Шуға үҙебеҙ килтергән селтәрҙәрҙе шикләнеберәк тапшырғайныҡ, әммә егеттәр менән аралашҡас, “эх, тағы күберәк алып килеп булманы” тип үкенеп тә ҡуйҙыҡ. Баҡтиһәң, мәҫәлән, Доставалов исемендәге батальон вәкиле әйтмешләй, бигерәк тә “нолдә” (фронт һыҙығы алдындағы позицияла) уларға мохтажлыҡ тыуып тора.

...Журналист булараҡ, егеттәргә гәзит тапшырыу айырыуса тулҡынландырғыс мәл булды. Дүрт баҫма ла Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы тормошон сағылдыра, ә бына Башҡортостандың бөтөнләй йыраҡтағы район вәкилдәре лә ҡыҙыҡһынып уҡыуы тыуған яҡтан килгән хәбәрҙең ни тиклем танһыҡ икәненә инандырҙы. “Башҡортостан” полкынан “Иса” (һүрәттә), мәҫәлән, башҡорт егете, әммә Стәрлетамаҡта булғаны юҡ, ә бына уның “Ашҡаҙар”ҙағы һәр мәҡәләне ҡыҙыҡһынып, ентекләп уҡыуын, баҫманы ҡат-ҡат еҫкәп тә алыуын күргәс, тамаҡтағы төйөр оҙаҡ китмәй торҙо... Егеттең күңелендә ниҙәр кисергәнен аңлауы ауыр түгел ине. Хеҙмәт дәүерендә, баш мөхәррир булараҡ, гәзит уҡыусының баҫмабыҙҙы уҡығанына бихисап тапҡыр шаһит булған бар, әммә бынан да танһыҡ күренешкә тап булмағанмындыр... Шулай, күптәр бында, тыныс тормошта миңә гәзит кәрәкмәй, мәғлүмәтте интернеттан алам, тип дәғүә белдергән бер мәлдә кендек ҡаны тамған ерең, туған телең сит ерҙәрҙә бигерәк тә яҡын икән ул. Баш осонда дошмандың осоу аппараттары күҙәткәндә, эргәлә генә шартлау-атыш тауыштары яңғырап торғанда айырыуса...

– Махсус хәрби операция башланғас та егеттәргә килеп ярҙам итеү теләге менән яна башлап, полк төҙөлөүен ишеткәс тә яҙылдым. Минең бурыс – егеттәрҙе барлыҡ кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү, әммә хәрби задание бар икән, алғы һыҙыҡҡа ла сығам! – тип һөйләп уҙҙы “Иса”. – Гуманитар ярҙам өсөн бөтә Башҡортостанға рәхмәт! Әле лә башҡортса гәзит уҡығас, күңелгә рәхәт булып китте, республикаға ҡайтып әйләнгәндәй булдым, – тип тә өҫтәне яҡташ яугир.

Әйткәндәй, “Ашҡаҙар”, “Стерлитамакский рабочий” гәзиттәрен хәҙер күптәр үҙҙәре өсөн генә түгел, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә яҙҙыра. Күптән түгел ошондай эстафетаны Стәрлетамаҡ ҡалаһы башлығы Рөстәм Ғәзизов та иғлан итте, хәҙер был акцияла һәр кем ҡатнашып, егеттәрҙең рухын күтәреп, еңеүгә үҙ өлөшөн индерә ала. Тимәк, “Ашҡаҙар” артабан да яугирҙәребеҙ ҡулдарына барып етер әле!..

...Йомғаҡлап әйткәндә, тиҙерәк Еңеү килеп, ошо егеттәребеҙ менән тағы бер күрешеп, ошо баҫмаларға улар хаҡында йәнә матур-матур мәҡәләләр яҙырға яҙһын! Ә ошо мәҡәләләрҙе уҡырға уҡыусыларыбыҙ (гәзит уҡыусыларыбыҙ) күберәк булһын! Беҙ бергә, берҙәм һәм бергә ҡалайыҡ!

Рәмил МАНСУРОВ.
Автор фотоһы.

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: