Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Июнь , 12:45

Радий Хәбиров гуманитар ылау водителдәрен наградаға тәҡдим итергә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров гуманитар конвой водителдәрен наградаға тәҡдим итергә ҡушты. Был турала ул 10 июндә Республика менән идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

Радий Хәбиров гуманитар ылау водителдәрен наградаға тәҡдим итергә ҡушты
Радий Хәбиров гуманитар ылау водителдәрен наградаға тәҡдим итергә ҡушты

«Беҙҙә тиҫтәләгән тапҡыр унда барған водителдәр бар. Шайморатов миҙалының статусын билдәләгеҙ. Был, ысынлап та, бик ҡыйыу аҙым. Уларҙы бүләкләүгә тәҡдим итегеҙ», — тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов һүҙҙәренсә, Башҡортостандан сираттағы 127-се гуманитар ылау махсус хәрби операция биләмәһенә барып еткән.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-06-10/bash-ortostan-bashly-y-gumanitar-ylau-voditeld-ren-nagrada-a-t-dim-iterg-ushty-3805077

 

Автор:
Читайте нас: