Почет билдәһен тапшырған ваҡытта Вячеслав Умановский бөгөн уға Башҡортостан журналистикаһының иң яҡшы вәкилдәрен бүләкләү мөмкинлеге бирелеүен билдәләне.
«Һуңғы ике йылда Башҡортостандан 34 журналист махсус хәрби операция биләмәһенә барҙы. Барыһы ла хәүефле командировканан тулы составта, иң мөһиме, иҫән-һау әйләнеп ҡайтты. Бында ошо сәфәрҙәрҙе ойошторған Азат Бадрановтың хеҙмәте ҙур», — тине ул, бүләкләү тантанаһын асып.
«Республиканың журналистар берләшмәһе менән тығыҙ һәм һөҙөмтәле эш алып барыуға өлгәшеүебеҙгә шатмын, — тип рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе Азат Бадранов Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә. — Сығышымда әйтеп үткәнемсә, күп йәһәттән беҙ лидер: беҙ тәүгеләрҙән булып хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе ташыу өсөн автобустар, медицина ярҙамы, республиканың Журналистар союзы һәм Яҙыусылар союзының махсус хәрби операция зонаһына сәфәрен ойошторҙоҡ. Минеңсә, иң беренсе булып беҙҙә заманса профессиональ хәрби проза барлыҡҡа килде. Бының менән ғорурланырға мөмкин тип иҫәпләйем. Һис шикһеҙ, был журналистарҙың ҡыйыулығы һәм ҡаһарманлығынан тыш мөмкин булмаҫ ине».
Әлеге ваҡытта Башҡортостан журналистары махсус хәрби операцияны яҡтыртыуҙан тыш, яу яланында хәрби бурыстарын үтәй, тип өҫтәне ул.