«Табиптар энергетик эсемлектәрҙең зарарлы икәнен раҫлаған. Улар гипертония, шәкәр диабеты, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм башҡа сирҙәргә сәбәпсе булыуы ихтимал. Закон проектының төп маҡсаты — балаларыбыҙҙың һаулығын һаҡлау, йәштәрҙе алама ғәҙәттәрҙән арындырыу», — тине парламент спикеры Вячеслав Володин.