Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
19 Июнь 2024, 08:38

Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операция геройы Александр Сопинды генерал Шайморатов ордены менән бүләкләне

Башҡортостан Башлығы Республика менән идара итеү үҙәгендә хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе башланғас бер нисә махсус хәрби операция яугирен бүләкләне. Бүләкләнеүселәр араһында Александр Сопин да бар, яҡташыбыҙ Радий Хәбиров ҡулынан генерал Шайморатов орденын алды.

Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операция геройы Александр Сопинды генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнеБашҡортостан Башлығы махсус хәрби операция геройы Александр Сопинды генерал Шайморатов ордены менән бүләкләне
Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операция геройы Александр Сопинды генерал Шайморатов ордены менән бүләкләне

— Барығыҙ ҙа Александр Леонидович Сопинды беләһегеҙ. Ул оҙаҡ йылдар Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы системаһында, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты идаралығы начальнигы урынбаҫары булып эшләне. Хәрби хеҙмәт юлын һайлағансы даими рәүештә беҙҙең гуманитар ылауҙарҙы оҙатып йөрөнө. Ҡыйыу ҡарары өсөн уға ҙур рәхмәт. Хәҙер инде ул «Башҡортостан» полкының танк батальоны командиры, —  тине Радий Хәбиров. — Бүләкләргә, баш эйергә һәм «Эшегеҙ өсөн рәхмәт» тип әйткем килә.

Александр Сопин, үҙ сиратында, былай тине:

- Барыһына ла беҙҙең хаҡта, әммә иң мөһиме - бында көткән туғандарыбыҙ һәм яҡындарыбыҙ хаҡында хәстәрлек өсөн рәхмәт.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-06-18/bash-ortostan-bashly-y-mahsus-h-rbi-operatsiya-geroyy-aleksandr-sopindy-general-shaymoratov-ordeny-men-n-b-l-kl-ne-3813499

 

Автор:
Читайте нас