Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
19 Июнь 2024, 18:41

Өс ғаилә торлаҡһыҙ ҡала

Бөгөн Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылында ҡот осҡос янғын сыға, 5 фатирлы торлаҡ йорт янып китә. 

Өс ғаилә торлаҡһыҙ ҡалаӨс ғаилә торлаҡһыҙ ҡала
Өс ғаилә торлаҡһыҙ ҡала

Унда йәшәүсе 3 ғаилә торлаҡһыҙ тороп ҡала. Янғын сәбәптәре тикшерелә.

Ут тоҡанып китеүҙең төп сәбәптәре булып мейес һәм электр йылытыу приборҙарын файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү тора.

Барығыҙҙы ла иғтибарлы булырға, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә, балаларҙы яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа саҡырабыҙ. Янғынды һүндереүгә ҡарағанда, иҫкәртеү еңелерәк икәнен иҫебеҙҙә тотайыҡ. 

Көндәр эҫе тора, һуңғы көндәрҙә йәшенле ямғырҙар йышайҙы. Йорт-ҡаралтығыҙға иғтибарлы булығыҙ, электр приборҙарын һүндереп, хәүефһеҙлек сараларын күрегеҙ!

Автор:
Читайте нас