Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
19 Июнь 2024, 17:05

Яҡташыбыҙ Артур Зөлҡәрнәев үҙенсәлекле рекорд ҡуйҙы

Башҡортостан көрәшсеһе Артур Зөлҡәрнәев Рәсәй рекордын ҡуйҙы. Спортсының ҡаҙанышы тураһында республиканың спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итә.

Яҡташыбыҙ Артур Зөлҡәрнәев үҙенсәлекле рекорд ҡуйҙыЯҡташыбыҙ Артур Зөлҡәрнәев үҙенсәлекле рекорд ҡуйҙы
Яҡташыбыҙ Артур Зөлҡәрнәев үҙенсәлекле рекорд ҡуйҙы

Артур Зөлҡәрнәев Пермь крайында Бөтә Рәсәй һабантуйында ҡатнашты. Көрәштә күтәреп һелтәү буйынса яҡташыбыҙға етеүсе юҡ — бер минутта 25 тапҡыр.

Ярыштарҙа шулай уҡ Башҡортостандың башҡа көрәшселәре лә сығыш яһаны. 65 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһында — Юнир Закиров, 100 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһында — Айгиз Зәйнетдинов, Артур Зөлҡәрнәев иһә 85 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһында еңеүсе булды.

 

https://bash.bashinform.ru/news/sport/2024-06-19/bash-ortostan-k-r-shse-e-artur-z-l-rn-ev-ens-lekle-rekord-uy-y-3814796

 

Автор:
Читайте нас