Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
20 Июнь 2024, 05:56

ИЛДЕҢ ТЫНЫС КИЛӘСӘГЕ БӨГӨН ХӘСТӘРЛӘНӘ... “Юнармеец” йәйге лагерында әҙерлек хәрбиҙәрсә бара

– Подъем! Тороғоҙ, тиҙерәк! Барығыҙ ҙа саф һауаға зарядкаға марш!...Был тауыш әрме казармаһында яңғырамай әлегә. “Юнармеец” лагеры ла шулай һәр таңын хәрбиҙәрсә ҡаршылай. Күнекмәләр, ҡоралдан атыу, ҡул һуғышы, яу юлы үткән офицерҙар менән осрашыуҙар... Ысын ир-егеттәрсә күренештәр бында ғәҙәти көн алымы! Ошондай етди шарттарҙа тәрбиәләнә һәм ял итә бында бер төркөм балалар. Әйткәндәй, лагерь “Росмолодежь” ойошмаһы гранты ярҙамында эшләп килә.

ИЛДЕҢ ТЫНЫС КИЛӘСӘГЕ БӨГӨН ХӘСТӘРЛӘНӘ... “Юнармеец” йәйге лагерында әҙерлек хәрбиҙәрсә бараИЛДЕҢ ТЫНЫС КИЛӘСӘГЕ БӨГӨН ХӘСТӘРЛӘНӘ... “Юнармеец” йәйге лагерында әҙерлек хәрбиҙәрсә бара
ИЛДЕҢ ТЫНЫС КИЛӘСӘГЕ БӨГӨН ХӘСТӘРЛӘНӘ... “Юнармеец” йәйге лагерында әҙерлек хәрбиҙәрсә бара

Балаларҙың йәйге ялы лагерҙарҙа ял итеү, һаулыҡ нығытыу, яңы һөнәрҙәргә өйрәнеү менән башлана. Бөгөн ҡала уҡыусылары төрлө тематик лагерҙарҙа ял итә. “Юнармеец”та уҡыусылар хәрби-патриотик йүнәлеш нигеҙендә тәрбиәләнә.

– Беҙ программаны малайҙарҙың лагерҙа үткәргән һәр көнө, һәр сәғәте ғүмерлеккә иҫтә ҡалырлыҡ итеп төҙөргә тырыштыҡ. Һәр көн осрашыуҙарға, күнекмәләргә бай булырға тейеш, – тип һөйләп үтте “Ватан” хәрби-патриотик ойошмаһы директоры Александр Скворцов.

Иҫтә ҡалырлыҡ тигәндән, һүҙ, әлбиттә, кисергән хистәр тураһында ғына түгел. Физик күнекмәләр ваҡытында, оҫталыҡ дәрестәре мәлдәрендә алған сынығыу был малайҙарҙы киләсәктә физик яҡтан да, рухи йәһәттән дә нығыта ғына. Йәшерен-батырын түгел, ил һағына баҫҡан мәлдә лә нәҡ ошондай шарттарҙа сыныҡҡан ир-егеттәр кәрәк мәлдә үҙен ҡулында тота ала, ҡурҡмай һәм дөрөҫ ҡарар ҡабул итә. Бынан тыш, сынығыу, ҡорал өйрәнеү ҙә тик файҙаға ғына.

Уҡыусыларҙы физик яҡтан ғына түгел, төрлө яҡтан һынайҙар, әлбиттә. Аҡыл, зирәклек, оҫталыҡ, командала эшләй белеү. Шул уҡ ваҡытта, хәрби темаға арналған йырҙар аша ял итергә лә ваҡыт таба буласаҡ ил һаҡсылары.

– Лагерь эшләй башлаған көндән үк малайҙар бер команда булып тупланды, һалдаттарса кәйеф уларҙы берләштерә алды, дуҫлаштырҙы, – тип белдерҙе урындағы тәртип тураһында смена начальнигы Павел Иванов.

Бер көн махсус подразделение вәкилдәре менән осрашты малайҙар, икенсе көндө уларға танкистар килде. Һәр осрашыуҙан һуң балалар, үҫкәс ошо ағайҙары һымаҡ ҡыйыу, ватанына тоғро булырға хыялланмай ҡалмағандыр күңелендә. Әлегеләй тематик лагерҙар балаларҙы төрлө яҡлап аса бара.

     

Г. БҮЛӘК.
Фотолар “Ватан” хәрби-патриотик ойошмаһы сығанаҡтарынан алынды.

ИЛДЕҢ ТЫНЫС КИЛӘСӘГЕ БӨГӨН ХӘСТӘРЛӘНӘ... “Юнармеец” йәйге лагерында әҙерлек хәрбиҙәрсә бара
ИЛДЕҢ ТЫНЫС КИЛӘСӘГЕ БӨГӨН ХӘСТӘРЛӘНӘ... “Юнармеец” йәйге лагерында әҙерлек хәрбиҙәрсә бара
Автор:
Читайте нас