Министрҙар кабинеты башлығы билдәләүенсә, таныҡлыҡтың яңы формаһы электрон документ булып иҫәпләнә, банк һәм социаль карталар функцияһы берләштерелә, был иһә ветерандарға федераль һәм төбәк льготаларына хоҡуҡ бирә.
Бынан тыш, айлыҡ түләүҙәрҙе ғаризаһыҙ тәғәйенләү тәртибе оҙайтылды. Бындай ярҙам алыу өсөн хәҙер махсус документтар йыйыу талап ителмәй.
«Хәрби бурысын үтәгәндәргә даими рәүештә дәүләт ярҙамын күрһәтеү бик мөһим.Бөгөн п резидент ҡуйған барлыҡ бурыстарҙы хәл итеү өсөн өҫтәмә көстө ҡайҙа йүнәлтеү кәрәклеген ҡарайбыҙ», — тине Михаил Мишустин.