Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июнь , 18:00

Йыуынам тип, фатирһыҙ ҡала яҙҙым

Ғаилә ҡороп йәшәй башлаған ғына саҡ. Һәр ваҡыт ауылда мунса инеп, таҙа йөрөргә тырышҡан егеткә эштән ҡайтып кранды бороуға эҫе һыу урынына бер тамсы төшөп ниндәйҙер бер геүелдәү ишетеү күңелде ҡырҙы. Көтмәгәндә эҫе көндә йылы һыуҙы һүндергәндәр икән. Ул ваҡытта йыл һайын да, ошолай һыуҙы һүндереп тороуҙары тураһында ишетеп кенә белгәс, ҡала кешеһенең шулай интеккәнен аңлап та етмәгәнемде шунда ғына аңланым. Һәр ваҡытта ла эште урында уҡ хәл итергә күнеккәс, шул уҡ көндө магазинға барып һыу йылытҡыс “бойлер” барып алырға булдым.

Йыуынам тип, фатирһыҙ ҡала яҙҙым
Йыуынам тип, фатирһыҙ ҡала яҙҙым

Подъезда төшөп барғанда күршем осраны, ул да минең магазинға барғанды белгәс, бергәләп барырға булдыҡ.

– Машинам юҡ, һиңә һалып алып ҡайтырбыҙ, ҡайтҡас бергәләшеп элербеҙ, тигән һүҙҙәре эште еңеләйткәндәй булды. Ҡалала анһат ул, магазиндар төнгә тиклем эшләй, тауары ла ниндәйе генә юҡ. Күрше күп уйлап торманы, йә, миңә арзанырағы ҙур булмағаны ла бара тип, көсһөҙөрәк булған моделде һайланы. Үҙем, иһә, консультантҡа миңә көслөрәген, яҡшырағын бир тигән булдым, ул килтергәне лә бәләкәй булып тойолдо, ана бит 5 киловатлыһы эленеп тора, шу-ны бир тип иң яҡшыһын һайлап алып ҡайттым. Күр-шем һүҙендә торҙо, “һә” тигәнсе һыу йылытҡысты элеп тә бирҙе, пластик торбаларын да йәбештереп тоташтырҙы. Баҡтиһаң, бойлерымдың розетҡаға тыға торған вилкаһы булмағанын күреп ҡалдым. Ярар, уныһы ҙур мәсьәлә түгел, өйҙә ятҡан оҙонайтҡысты (удлинителде) ҡырҡып бәреп, үҙем тоташтырып, уныһын да хәл иттем. Тоҡандырып ебәргәс, йылытҡыс эсендәге һыу менән күңел дә йылынып китте, хәҙер сайынып ятам былай булғас, башҡалар кеүек түҙеп ятып булмаҫ.

Эй рәхәт, бала йыуынып сыҡты, кәләш, хәҙер минең сират етте. Йыуына ла башланым, шалт итеп свит һүнде, эх, ни ғәләмәт, кем шаяра унда тип, һөртөнә-һөртөнә сығып подъездағы автоматтар-ға барһам – береһе һүнгән. Тоҡандырып инеп киттем, йыуына башлағас, йәнә һүнде. “Хәҙер тотһам, ҡолағын өҙәм”, тип сыҡһам, бер кем дә юҡ. Аптырағас, өсөнсөгә ингәндә, йәнә шул уҡ хәл, күп уйлап тормай автоматтың көсө етмәй ахырҙа тип, теге һүнмәһен өсөн ҡыҫтырып уҡ ҡуйҙым. Йыуынып сыҡтым, пластмасса ирегән еҫ һиҙгәндәй булдым, “күршеләр әллә нимә менән булыша инде” тип, аш бүлмәһенә сығып киттем сәй эсергә. Сәй эсеп ултырғанда, ни ғәләмәт, нимәлер сытыр-сытыр килә, төтөн сығып китте, стеналағы обой шатырҙап янып китте. Үҙем дә һиҙмәҫтән, һыу һиптем, шул мәлдә һыу стенанан электр тогы тәнемә зымбырлап үтте. Нисектер, ҡыҫтырып ҡуйған автомат бәреп сығарҙы буғай, ут һүнде, ҡап-ҡараңғы, төтөн. Янғын сығыуҙан саҡ ҡалдым шикелле, янғын һүндереүселәрһеҙ генә үтеп китте.

Икенсе көнөнә электрикты саҡырттым, ул барыһын да инеп ҡарағас, подъезда торған щиттағы автоматҡа һәм үҙемә ҡарап аптырап торҙо. Йәш булғас, электрҙы аңлап етмәгәнмен шул, һыу йылытҡысына айырым махсус автомат ҡуйырға, розетҡа ҡуймайынса туп-тура һыу йылытҡысына тоташтырырға кәрәклеген аңлатып үтте ул. Шуға күрә, һыу йылытҡыс розеткаһыҙ булған икән. Өйҙә йәнә ут ҡабынһын өсөн, апаруҡ ҡына аҡса түгергә тура килде, булған бар сымдар иреп, тоташҡан урындары янған булып сыҡты.

Һәр һөнәр эйәһе кәрәклегенә шул ваҡытта инандым, сөнки электр сымдар донъяһы ябай кеүек тойолһа ла, ҡатмарлы һәм айырым белем талап иткәнен аңланым. Ә икенсенән, һатыусы-консультанттарҙың да оҫталығы мөһим, сөнки тауар һатып алғанда иң ҙуры, иң ҡиммәте һәм иң көслөһөн һатып алырға ашығырға ярамай. Күршемә килгәндә, ул ябайыраҡ йылытҡыс алған ине, уныҡы оҙағыраҡ йылытһа ла эшләп тора. Хәҙер бына кондиционер алырға баш ватам, көслөрәген алғы килә бит әй, интернет аша эшләгәне лә бар, тиҙәр.

Мөнир ҠОЛОНБАЕВ.

Автор:
Читайте нас: