Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
23 Июнь 2024, 09:00

Башҡортостан Башлығын һайлауҙа ҡатнашыу өсөн кандидаттарҙан документтар ҡабул итеү тамамланды

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы хәбәр итеүенсә, сәйәси партияларҙың Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙа ҡатнашыу өсөн күрһәткән кандидаттарынан документтар ҡабул итеүҙең тамамланды. Үҙәк һайлау комиссияһына биш кандидаттан: Радий Хәбировтан («Берҙәм Рәсәй»), Владимир Нагорныйҙан («Ғәҙел Рәсәй – Патриоттар – Хәҡиҡәт өсөн»), ЛДПР-ҙан кандидат Иван Сухаревтан, Илшат Тимерйәновтан («Яңы кешеләр») һәм Артур Шәйнуровтан (КПРФ) документтар килде.

Башҡортостан Башлығын һайлауҙа ҡатнашыу өсөн кандидаттарҙан документтар ҡабул итеү тамамландыБашҡортостан Башлығын һайлауҙа ҡатнашыу өсөн кандидаттарҙан документтар ҡабул итеү тамамланды
Башҡортостан Башлығын һайлауҙа ҡатнашыу өсөн кандидаттарҙан документтар ҡабул итеү тамамланды

«Кандидаттар теркәлеү өсөн документттарын 2024 йылдың 1 июленән 11 июленә тиклем Үҙәк һайлау комиссияһына тапшырырға тейеш», - тип белдерҙе Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова.

Башҡортостан Башлығын һайлауҙа өс көн – 2024 йылдың 6,7,8 сентябрендә тауыш бирәбеҙ.

 

https://bash.bashinform.ru/news/politics/2024-06-21/bash-ortostan-bashly-yn-aylau-a-atnashyu-s-n-kandidattar-an-dokumenttar-abul-ite-tamamlandy-3818313

 

Автор:
Читайте нас