«Республика йәнә ауыр юғалтыу кисерҙе. Уҙған аҙнала халыҡ уҡытыусыһы Лиза Ҡыям ҡыҙы Әғәҙуллинаны һуңғы юлға оҙаттыҡ. Яҡты күңелле кеше һәм уҡытыусы.
Бөгөн республикабыҙҙың халыҡ шағиры Рәшит Шәкүр баҡыйлыҡҡа күсте. Ул матур тормош юлы үтте, абруйлы ғалим, шағир, публицист ине. Тыуған илен һәм халҡын сикһеҙ яратты. Барыбыҙ өсөн дә аҡыллы өлкән иптәш, әхлаҡи йүнәлеш булды. Яҡты хәтер. Бик йәл».