«Тотош ғаилә аҙыҡ менән ағыуланған. Биш пациент ашығыс ярҙам менән Үҙәк район дауаханаһына оҙатылған, бында уларға беренсе ярҙам күрһәтеп, Нефтекама ҡала дауаханаһының инфекция бүлексәһенә күсергәндәр. Бөгөнгә ыңғай динамика күҙәтелә, уларҙың хәле ҡәнәғәтләнерлек», — тип белдерҙеләр министрлыҡта.
Республика Роспотребнадзор идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 25 июндән территориаль бүлек эпидемиологик тикшереү уҙғара.