"Яуҙан туҡтаған арала ошолай ҡурай һәм гармун моңо менән рухты күтәрәбеҙ, - тип тә өҫтәй яугир. Тыуған яғын һағынған яҡташтары уның көйҙәрен тыңларға тип хатта күрше подразделениеларҙан да килеп етәләр икән.
Бында ғөмүмән яҡташлыҡ көсө ныҡ сағыла. Моң эйәһе, мәҫәлән, "Башҡорт" менән бер райондан, бергә эшләгәндәр, икеһе лә Чечен һуғышында ҡатнашҡан. Ил алдына һынау килгәс улар йәнә бергә яуға күтәрелгән.
Барлыҡ яугирҙәребеҙгә Еңеү менән имен-аман әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!
Әйткәндәй, был ҡурайҙы "Хөсәйен"гә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе директоры Харис Әбдрәхимов бүләк иткән.