“Башҡортостандың атҡаҙанған табибы” исеменә 1-се ҡала дауаханаһының онкология бүлеге мөдире, табип-онколог Раил Ғарифуллин, 1-се анестезиология-реанимация бүлеге мөдире, табип-анестезиолог Владимир Арзяков, балалар хирургия бүлегенең табип-балалар хирургы Йәлил Нафиҡов лайыҡ булды.
Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы иһә балалар хирургия бүлеге табибы, балалар хирургы Эдуард Мәсәғүтовҡа тапшырылды. Хирургия бүлегенең табип-хирургы Рөстәм Мө-хәмәҙиев Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. “Медицина өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы менән өлкән акушер Наталья Алехина, акушер Татьяна Тарова, шәфҡәт туташы Әлфиә Лепешкиналарҙың хеҙмәте баһаланды. Табиптарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Г. БҮЛӘК.