Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
28 Июнь 2024, 06:00

Яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияла «Һәләк була яҙғандарҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән бүләкләнде

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт иткән яҡташы менән осрашты. Ул былтыр көҙ контракт төҙөгән. Хәҙер фронтта эвакуация төркөмөндә эшләй.

Яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияла «Һәләк була яҙғандарҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән бүләкләндеЯҡташыбыҙ махсус хәрби операцияла «Һәләк була яҙғандарҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән бүләкләнде
Яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияла «Һәләк була яҙғандарҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән бүләкләнде

«Муза» менән осраштым. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташыбыҙҙың позывнойы шундай. Әле ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Ҡарап тороуға баҫалҡы, нәфис ҡатын-ҡыҙ, ләкин аралашҡан ваҡытта уның ниндәй көслө рухлы икәнен аңлайһың», - тип яҙа Рөстәм Ғәзизов үҙенең телеграм-каналында.

Рөстәм Ғәзизов һүҙҙәренсә, «Муза» ярты йыл хәрби комиссариат юлын тапаған, үҙен алғы һыҙыҡҡа ебәреүҙәрен һораған. Хәрби бурысын үтәгән өсөн «Һәләк була яҙғандарҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалын алған.

Бынан алдараҡ Рөстәм Ғәзизов УАЗ автомобилдәре, мотоциклдар, хәрби тәғәйенләнештәге махсус ҡорамалдар, маскировка селтәрҙәре, төҙөлөш материалдары, инструменттар, запчастар һәм яугирҙәр өсөн кәрәк-яраҡтар тейәлгән гуманитар ылау менән махсус хәрби операция биләмәһенә барып ҡайтты.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-06-27/ya-tashyby-mahsus-h-rbi-operatsiyala-l-k-bula-ya-andar-y-ot-ar-an-s-n-mi-aly-men-n-b-l-kl-nde-3825424

 

 

 

Автор:
Читайте нас