Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
29 Июнь 2024, 05:10

ИЛДЕ ЯҠЛАЙ, ИЛДЕ ДАНЛАЙ ЕГЕТТӘРЕБЕҘ!

Махсус хәрби операция зонаһына командировка мәлендә төрлө милләттән, тарафтан, төрлө әҙерлек үткән яугирҙар менән осрашырға насип булды. Уларҙың яҙмыштары ла төрлө... Әммә, иң мөһиме, барыһын да шуныһы берләштерә: Ер йөҙөн фашизм уйлы кешеләрҙән азат итеү!  

ИЛДЕ ЯҠЛАЙ, ИЛДЕ ДАНЛАЙ ЕГЕТТӘРЕБЕҘ!ИЛДЕ ЯҠЛАЙ, ИЛДЕ ДАНЛАЙ ЕГЕТТӘРЕБЕҘ!
ИЛДЕ ЯҠЛАЙ, ИЛДЕ ДАНЛАЙ ЕГЕТТӘРЕБЕҘ!

Тағы ла бер үҙенсәлеккә иғтибар ителде – яугирҙарыбыҙҙың йәше. Кемдер ике-өс һуғышта тәжрибә туплаған, урта, өлкән йәштә. Шул уҡ ваҡытта кемдер әле ҙур тормоштоң уртаһына аяҡ баҫып, эш башлап, ғаилә ҡороп, сабыйҙарын һөйөр, йәшәүҙең тәмен тоя башлар саҡта ошо ләззәттәрҙе кисектереп тороп, бында дошман менән алышырға килгән. Бындай егеттәр (һәм хатта ҡыҙҙар ҙа) ғорурлыҡ та, улар өсөн борсолоу ҙа уятмай ҡалмай. Шундай яугирҙарҙың береһен “Башҡортостан” полкында тап иттек.

– Икенсе йыл хеҙмәт итәм, полк формалаштырылғандан алып. Махсус хәрби операция башланғас, әрмелә бергә хеҙмәт иткән егеттәр, командирҙар менән аралашып, барыбыҙ ҙа бында юлланырға, Ватанды һаҡларға тигән ҡарарға килдек! – тип таныштырып китте үҙе менән артиллерияла орудие командиры булған “Муса” позывнойлы яугир. – Ун саҡырымға тиклем атып тейгеҙәбеҙ. Яңы һөнәр үҙләштерҙек, башта ауырлыҡтар ҙа булды, әммә барыһына ла тиҙ өйрәндек.

Артиллерияһыҙ бер һөжүм дә үтмәй. Шуға уның хеҙмәтенән, яу мәлендә дөрөҫ аҙым яһай белеүенән, ҡул аҫтында булған егеттәрҙе артынан эйәртә алыуынан күп нәмә тора. Әйткәндәй, Тимурҙы Жуков исемендәге миҙалға тәҡдим иткәндәр, был яңылыҡ уға үҙе үк – ҡылыҡһырлама!

Мусаны Стәрлетамаҡта улы Родион менән ҡатыны Светлана, яҡындары көтә. Улар янына ҡыйыу яҡташыбыҙҙың тиҙерәк имен-һау, Еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын теләп ҡалабыҙ!

Рәмил МАНСУРОВ.

Автор:
Читайте нас