Музейҙың визит-үҙәгендә артефакттар экспозицияһы, лекциялар залы, депозитарий, кафе һәм ҡарау-күҙәтеү майҙансығы була. Шулай уҡ унда тарихи ҡомартҡы – Ғосман Ҡөрьәненең күсермәһен һәм XVIII быуат Рәсәй атласының (Башҡортостан картаһы төшөрөлгән бит тә бар) күрергә мөмкин.
Хөкүмәттең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаев һүҙҙәренсә, сараны асыу барышында ғилми һәм мәҙәни программа ҡаралған, бик күп ҡунаҡтар көтөлә.
Визит-үҙәк асылған көндә «Көс урыны» фильмының премьераһы була.