Йырлы-моңло ғаиләлә тыуып үҫкән егет бәләкәйҙән йырлай, бигерәк тә халыҡ йырҙарын иҫ киткес оҫта башҡара. Махсус хәрби операцияға юлланғанса, Сибай концерт-театр берекмәһендә эшләй.
Сибай концерт-театр берекмәһе артисы Әлфир Замановҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде. Артисҡа награданы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачёв тапшырҙы. Башҡортостан Республикаһының маҡтаулы исеме — артистың ижади ҡаҙаныштарын таныу билдәһе, тип билдәләне парламент спикеры.
«Әлфир Заманов — башҡорт сәхнәһенең сағыу йондоҙо, бик күп ижади конкурстар еңеүсеһе һәм призеры, башҡорт милли мәҙәниәтен популярлаштырыусы, — тине Константин Толкачев. — 2022 йылда яҡташыбыҙ мобилизация буйынса саҡырылды, агитбригада составында яугирҙәрҙең рухын күтәрә. Уның үҙенсәлекле һәләттәре хәрби музыка үҫешенә өлөш индергән өсөн Рәсәй Оборона министрлығының «Генерал-майор Александр Александров» миҙалы менән билдәләнде. Башҡортостан Республикаһының маҡтаулы исеме — артистың ижади ҡаҙаныштарын таныу билдәһе».
Йырсы-яугирҙең күкрәген шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының "Генерал-майор Александр Александров" наградаһы, "Хәрби батырлығы өсөн” II дәрәжәле миҙалы биҙәй.
Ҡотлайбыҙ! Тиҙерәк һуғыш бөтөп, иҫән-һау ҡайтып, яратҡан тамашасыларың алдында йырҙарыңды ишетергә яҙһын. Егеттәребеҙгә тиҙерәк еңеү яулап, тыуған яҡҡа имен ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!