Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
19 Июль 2024, 07:10

Башҡортостанда ипотека биреүҙең рекордлы күрһәткесе теркәлгән

Республика ипотека кредитлауы күләме буйынса тәүге биш төбәк иҫәбенә инде.

Башҡортостанда ипотека биреүҙең рекордлы күрһәткесе теркәлгәнБашҡортостанда ипотека биреүҙең рекордлы күрһәткесе теркәлгән
Башҡортостанда ипотека биреүҙең рекордлы күрһәткесе теркәлгән

1 июлдә льготалы ипотека программаһы тамамланыр алдынан Башҡортостанда йәшәүселәр дәүләт ярҙамынан файҙаланып ҡалырға тырышты, тиелә Берләшкән кредит бюроһы мәғлүмәттәрендә. Июнь йомғаҡтары буйынса Башҡортостан ипотека кредитлауының максималь күләме буйынса тәүге 5 төбәк иҫәбенә инде. Унан алдараҡ — Мәскәү, Мәскәү өлкәһе һәм Санкт-Петербург, бишенсе урында — күрше Татарстан.

Июндә республикабыҙ халҡы 30,79 миллиард һумға 7,09 мең ипотека килешеүе төҙөгән. Ипотека займының уртаса чегы 4,35 миллион һум булһа, ә түләүҙең уртаса ваҡыты — 25 йыл һәм 5 ай.

Был иһә май айы менән сағыштырғанда ла ҙур үҫеш, ул саҡта республикала 20,9 миллиард һумға 5,18 мең ипотека бирелгән. Уртаса чек — 4,04 миллион һум, уртаса ваҡыты — 24 йыл да 6 ай.

Быйыл икенсе кварталда  торлаҡ һатып алыу өсөн кредиттың тулы хаҡы (процент ставкаһы плюс страховка һәм башҡа хеҙмәттәр) 8,83 — 10,07% тирәһе.

Хәҙер ипотека ставкаһы —  20%, ә һатып алыусылар икенсел баҙарға иғтибарын йүнәлтә.  

 

https://bash.bashinform.ru/news/economy/2024-07-18/iyund-bash-ortostanda-ipoteka-bire-e-rekordly-k-r-tkese-terk-lg-n-3853965

 

Автор:
Читайте нас