Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июль , 18:00

Республикала такси водителдәрен тикшереү башланды

Башҡортостанда 31 июлгә тиклем «Такси» рейдтары башланды. Полиция дәүләт автоинспекцияһы, иҡтисади хәүефһеҙлек һәм миграция мәсьәләләре буйынса бүлектәре, шулай уҡ республиканың транспорт һәм юл хужалығы министрлығы менән берлектә күләмле саралар үткәрә. Быйыл ярты йыл эсендә республикабыҙҙа еңел таксиҙар ҡатнашлығында 28 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа ике кешенең ғүмере өҙөлгән, 38-е йәрәхәтләнгән.

Республикала такси водителдәрен тикшереү башланды
Республикала такси водителдәрен тикшереү башланды

«Рейдтар юлдарҙа хәлдәрҙе тотороҡландырыу һәм транспорт хеҙмәттәре күрһәткәндә халыҡтың именлеген тәьмин итеү өсөн уҙғарыла. Еңел такси водителдәренең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге талаптарын үтәүенә, билдәләнгән өлгөләге водитель таныҡлығының, пассажирҙар һәм багаж ташыуға рөхсәте булыуына, эш һәм ял режимын үтәүенә, шулай уҡ транспорттың техник торошона айырыуса иғтибар йүнәлтелә», — тип хәбәр итә Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе Владимир Севастьянов үҙенең телеграм-каналында.

Ял көндәрендә Өфөлә дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 28 иҫерек водителде тотҡан.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-07-22/bash-ortostanda-taksi-voditeld-ren-tikshere-bashlandy-3857542

 

Автор:
Читайте нас: